+19 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Шулай ҙа була!
22 Июнь 2022, 17:00

Мөмкинме, ә?

Ғалимдар билдәләүенсә, ас тороу ауырлыҡты көйләп кенә ҡалмай, ипотека түләргә лә булышлыҡ итә. ***

Мөмкинме, ә?
Мөмкинме, ә?

Көн-төн эштән ҡайтып ин­мәйем, ә хеҙмәт хаҡым артмай. Эштә йәшәгән өсөн тотоп ҡа­лалар, күрәһең.
***
– Һине ни өсөн ултырттылар?
– Беләһеңме, бер ваҡыт шуны асыҡланым: баҡтиһәң, дәүләт тә мин сығарған кеүек банкноталар сығара икән.
***
Финанс хәлем – быйыл тыуған көнөмә коллекторҙар ғына киләсәк.
***
Олоғайыу – стоматолог­тар­ҙан теш ауыртҡан өсөн генә түгел, ә ҡиммәт булыуҙан ҡурҡыу ул.
***
Миңә бер айға булһа ла Дәүләт Думаһы депутатының эш урынын биләргә мөмкинме? Ҡомһоҙлоҡтан түгел, ә бу­рыстарҙан ҡотолоу, диңгеҙгә барыу, машина алыу һәм эштә йоҡлаған өсөн бер тапҡыр булһа ла аҡса алыу өсөн. Мөмкинме, ә?
***
70-се йылдар. АҠШ делега­цияһы СССР-ға килгән, балалар баҡсаһына ингәндәр. Мө­дир һөйләй:
– Советтар Союзында донъя­лағы иң бәхетле балалар йәшәй. Уларға донъялағы иң тәмле аҙыҡты ашаталар. Улар донъялағы иң яҡшы уйынсыҡтар менән уйнай. Улар донъялағы иң яҡшы кейемде кейә. Уларҙы донъялағы иң яҡшы тәрбиәселәр ҡарай.
Бер малай илаған. Делегат­тарҙың береһе һораған:
– Малай, ниңә илайһың?
– Советтар Союзына барыр­ға теләйем!
***
4 миллион һум ипотека алһаң, уны 25 йыл түләргә кәрәк. 4 миллион һум урлаһаң, 7 йыл ултырырға. Ошо фекер миңә тынғы бирмәй.
***
– Әйҙә кафеға барайыҡ.
– Бара алмайым, диеталамын.
– Ниндәй диета?
– Финанс.
***
– Эшкә яуаплы кеше эҙ­ләйбеҙ.
– Мине алығыҙ. Элекке эшемдә, ни генә булмаһын, ни өсөндөр гел миңә яуап тоторға тура килде.
***
Алдашыу – һәр ваҡыт ыт­ыр­ғандырғыс. Ләкин уның ышы­ғында ҙур аҡса әйләнеш­тә йөрөһә, был сәйәсәт тип атала.
***
«Аҡсаһыҙ ултырыу етер!» – тинем дә ятып торҙом.

Автор:"ҺӘНӘК" журналы
Читайте нас: