+9 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Шулай ҙа була!
22 Июнь 2022, 16:00

Теге донъяла

– Ах! Ҡасан үлдем икән? Күмеп тә ҡуйғандар! – тип аптыраны Хә­лим тирә-яғын һәрмәп ҡара­ғас. Аптырарлыҡ та шул. Бөтә яғы таҡтанан: аҫтында ла, өҫтөндә лә, стенаһы ла. Үҙе шыр-яланғас.

Теге донъяла
Теге донъяла

Тамам аптырашта ҡал­ды, нисек үлгәнен дә хәтерлә­мәй. Әллә?! Әллә уны үлгән, тип тере килеш табутҡа һалып ҡуй­ғандармы?! Башынан мең төрлө уй үтте Хәлимдең. Яңы ғына өй һала башлағайны, исмаһам, һа­лып бөтөп үлмәне, ғаиләһе ни эшләр инде унан башҡа? Бесән ваҡыты еткән, кем сабыр ҙа, кем йыйыр? Урмандағы өй бураһын, ҡырҡҡан ағастарын урлап бөтөр­ҙәрме икән? Ҡатыны, алма кеүек ҡатыны ни эшләр? Үҙҙәрен теҙ­гендә тота алмаған ир-ат күҙ һала башлар инде, былай ҙа йәшереп кенә күҙ ташлаусылар бар ине. Шул уйынан һуң һикереп торғанын һиҙмәй ҙә ҡалды, башы таҡтаға бәрелде. Ҡайҙандыр яҡ­ты­лыҡ күҙгә салынғандай булды. Ниндәй яҡтылыҡ был? Клиник үлем кисергәндә кешеләргә яҡ­ты­лыҡ күренә икән, тип һөйләй­ҙәр ине. Ул ҡулдары менән шул яҡтылыҡҡа табан ынтылды ла, йығылып төштө.
«Бөттө! – тип уйланы ул, – та­муҡ­ҡа киттем! Ниңә тик кенә ятманым икән?» Ятҡан ере еүеш, инанғыс. Өшөй башлағас, йәнә ба­шын күтәрҙе, тағы ла ҡайҙан­дыр яҡтылыҡ һирпелгәнен күреп, шатланып китте. Яй ғына торҙо ла, тубыҡланып шунда ынтылды. Ҡулы быялаға бәрелде. Яҡыны­раҡ барҙы. Үҙе: «Ҡара әле, тәҙ­рә­һе лә бар, табутта ла тороп йөрөп була икән», – тип уйлай-уйлай яҡыныраҡ килеп тәҙрәнән ҡараны. Тышта бағана башында­ғы фонарҙан тоноҡ ҡына яҡтылыҡ төшә, тирә-яҡта кәртәләр, йорт-ҡуралар күҙгә салынды. Ах, бында ла донъя көтәләр икән, тип тамам аптырашта ҡалды.
Шул саҡ гөлп итеп бөтә донъя яҡтырҙы. Ул күҙҙәре ҡамашып, тертләп китте: «Әллә ожмахҡа күсерергә итәләрме?» Ҡатыны­ның: «Хәлим! Хәлим!» – тип ҡыс­ҡырған тауышы ишетелде. «Ҡа­тындан бында ла тынғылыҡ юҡ». Шулай ҙа шатланды: «Былай бул­ғас, бәлки, үлмәгәнмендер, төш кенә күрәмдер…»
Бәй, үҙҙәренең мунсаһы бит был. Яңыраҡ, ауылдан килгәс, ва­ҡытлыса йәшәр өсөн ошонда күсенгәйнеләр. Бәләкәй генә булһа ла мунсаһы ла бар, тип шат­ланғайнылар. «Ә ни эшләп бында ята һуң ул? Бер үҙе?» Ул да булмай, ҡатыны килеп инде.
– Эҙләмәгән ерем ҡалманы. Ишек шар асыҡ булғанға күҙ һалғайным, бында ята. Тор! Кейен! – тип үҙ хәбәрен теҙҙе ул.
Хәлим шунда ғына үҙенең бында нисек килеп эләккәнен аңла­ны. Улар урманға барып, ағас ки­ҫеп ҡайтҡайны. Өйгә кереп ашанылар. Ҡатыны, мунса яҡ­тым, тигәс, өмәселәрҙе оҙатты ла шунда китте. Ул көнө буйы эш­ләп арығайны, саҡ ҡына ятып торорға булды.
Ҡатыны, һыйыр һауып ингәс, ирен ҡысҡырып эҙләп ҡараны, тапманы. Өмәселәрҙе оҙатып киткәндер, тип урамға ла сығып ҡараны. Күренмәй. Һарай тирә­һендә лә, гаражда ла юҡ. Һарай­ға, мунсаға үткәрелгән розетканы тартып алды. Өйгә инеп һа­у­ыт-һабаны йыйыштырҙы, иҙә­нен йыуҙы. Хәлим һаман ҡайтма­ны! Аптырағас, розеткаһын ты­ғып, тағы тышҡа сыҡты. Туҡта, мунса ишеге асыҡ түгелме? Ҡурҡа-ҡур­ҡа яҡын килеп ҡараны: Хәлимдең кейемдәре эленеп тора. «Әллә мунсала үлеп ятамы икән?» – тигән ҡот ос­ҡос уй­ҙар үтте башынан. Шөрләһә лә эске ишекте асып ҡарарға ба­тырсы­лыҡ итте. Ә ире йоҡ­лап ята.
– Ҡотто алдың бит! Үлеп ята икән тип ҡурҡтым! – Ҡа­ты­ны туҡтауһыҙ лә­пелдәне.
– Үлгәйнем шул! Дөм-ҡараңғы, еүеш, тирә-яҡты һәр­мәп ҡарайым, бөтә яҡта таҡта. Ниңә утты һүн­дерҙең? – тип Хәлим үпкәһен бел­дерһә лә, әле генә башында уралған ҡот осҡос уйҙарҙың ысынбарлыҡ түгел­ле­генә тамам инан­ғас, ҡысҡырып кө­лөп ебәрҙе. Уға ҡа­тыны ла ҡушылды…

Рәйлә НАҘАРҒОЛОВА.

Фото: Яндекс Дзен

Автор:"ҺӘНӘК" журналы
Читайте нас: