Көҙ, эштәр тамамланғас, кем күпме уңыш алған, ошо хаҡта уға мәғлүмәт бирәләр икән. Бүренең алдашып булһа ла гел алда барғыһы килгән.
– Ерҙәрҙе туңға һөрөүҙе тамамланым, – тип шапырынған был Айыу янына килеп.
– Картуф менән сөгөлдөр тапшырыу планын үтәй алмағанһың икән, – тигән быға Айыуҙың хисапсыһы.
– Ниңә улай тиһең?
– Бәй, кисә килгән аҙналыҡ йомғаҡлау һандарынан күренеүенсә, картуф тапшырыу планың – яртылаш ҡына, сөгөлдөрөңдөкө сиреге генә үтәлгән.
– Алып бөтөрмәнем бит әле мин уларҙы. Хоҙай биреп, көндәр ошолай сыуаҡ торһа, 140-150 процентҡа еткерәм әле мин картуф менән сөгөлдөр тапшырыу планын, – тип күкрәк һуҡҡан Бүре.
– Үҙең туңға һөрөүҙе тамамланым, тиһең. Нисек итеп һөрҙөң һуң һин уңышы йыйылып бөтмәгән баҫыуҙарҙы?!
Бүре ни тип яуап бирергә лә белмәгән.
Илдус ТИМЕРХАНОВ.