+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Шулай ҙа була!
24 Июнь 2022, 17:00

Рәссам һуҡыр сысҡан

(Уҡы, уйлан) Бер ваҡыт һуҡыр сысҡан рәссам булырға уйлаған. Буяуҙар, бумала һәм киндер туҡыма алған да төшөрә башлаған. Эргә­һенән үтеп барған бөтә йән­лектәр Һуҡыр сысҡандың һүрәт яһауына аптыраған.

Рәссам һуҡыр сысҡан
Рәссам һуҡыр сысҡан

– Моғайын, уның һүрәте гүзәл әҫәр булыр, – тигән улар.
Һуҡыр сысҡан бик матур урынды һайлаған һәм шул матурлыҡ картинаһында ла сағылмай ҡалмаған.
Ул эшен тамамлағас, барыһы ла киндерҙә ҡара төҫтәргә тегеләй-былай буялған таптарҙы күргән.
– Ҡот осҡос! – тип үҙ фекерҙәрен белдергән йәнлектәр. – Нимә төшөр­ҙөң һин? Ҡоро бысратып бөткәнһең бит.
– Мин донъяны шулай күрәм, – тип яуаплаған Һуҡыр сысҡан. – Үҙ фекеремде белдерергә ха­ҡым барҙыр бит.
Йәнлектәр Һуҡыр сыс­ҡандың яҡты донъяны күрмәүен иҫтән сығарған, күрәһең. Уның өсөн бөтә әйләнә-тирә тик ҡара төҫтәрҙән генә тора шул. Тик тормошта, Һуҡыр сысҡан шикелле, донъяның ҡара яғын ғына күреүселәр ҙә бар, шуныһы ҡыҙғаныс. Мең төҫтәрҙә балҡыған тирә-яғыбыҙҙың матурлығын күреп, һоҡланып йәшәйек. Хатта Һуҡыр сыс­ҡан да бит үҙенең әйләнә-тирәһендәге донъяны һүрәткә төшөргөһө килгән. Уны тәнҡитләп һәм ғәйепләп йәнлектәр дөрөҫ эшләмәгән. Нисәмә йылдар Малевичтың «Ҡа­ра квадрат»ына кешеләр һоҡлана. Сәғәттәр буйы ҡарап, ҡап-ҡара төҫтән генә торған квадраттың ниндәйҙер серен асырға тырыша, мөғжизә эҙләй. Һәр кем уны үҙенсә аңлай, үҙенсә һығымталар яһай. Тамашасыны шундай уй­ҙарға һала икән, тимәк, картинаның йәшәргә хаҡы бар. Хатта Һуҡыр сысҡандыҡы ла…

З. МӘҺӘҘИЕВА.

Һүрәт: https://yanshishma.com/articles/u-y-uylan/2021-09-18/r-ssam-u-yr-sys-an-2505919

Автор:Дилара Арсаева
Читайте нас: