+1 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Шулай ҙа була!
24 Июнь 2022, 16:00

Юлаусы

Тимер юл вокзалында билет һатып алырға сиратта торам. Эргәлә генә белешмәләр тәҙрәһе. Динамиктан тотош вокзалға иғлан яңғыраны: “Әгәр һеҙ туғанда­рығыҙҙы һәм танышта­рығыҙҙы юғалтһағыҙ, иғлан биреү өсөн белешмәләр тәҙрәһенә мөрәжә­ғәт итә алаһығыҙ”.

Юлаусы
Юлаусы

Шунда тәҙрә янына алтмыш йәштәр тирәһендәге ир килде. Ҡыҙмаса, ҡулында ҙур булмаған юл сумкаһы. Тәҙрә янынан кешеләр китеп бөткәс, ул:
– Ҡыҙым, һин бында кем кәрәк, шуны саҡыра алаһыңмы ни? – тип һораны.
Ҡыҙ “һин” тигәнгә үпкәләне, ләкин эшең шул булғас, ни хәл итәһең:
– Иғлан биргегеҙ киләме ни? – тип белеште һалҡын ғына.
– Эйе, тап шулай. Минең поезды ете сәғәт көтөргә кәрәк, ә бер кемде лә осратманым. Һин саҡырһаң икән, ә?
– Фамилияһын әйтегеҙ.
– Ни... теге... Сашка Варфоло­меев­ты саҡыр, юҡ, лутсы Ритка Матяги­наны. Шундай шәп бисә! – тип өҫтәне ул, тауышын әкренәйтә төшөп. Тирә-яғына алан-йолан ҡаранып алғас, күҙҙәрен һағыш баҫты. Мөхәббәттәре ҡаты булғандыр, күрәһең.
Ҡыҙ ҙа йомшара төштө:
– Һеҙгә ниндәй поезд кәрәк?
– Бысағымамы ни миңә поезд! – тине ир янындағы пассажир­ҙарға аңлайышһыҙ ҡараш ташлап. – Әйтеп торам да баһа, кеше кәрәк миңә, кеше! Сум­кам тулы араҡы, ә таныш­тарымды осрата алма­йым. Күпме һерәйеп тораһым бар әле.
– Улар ниндәй поезд менән килде? – тип дауам итте ҡыҙ.
– Белһәм, һине этләр инемме ни? Үҙем ҡаршы алыр инем, – ир тағы ла аңламаны.
– Тәк, улар килделәрме әллә юҡмы?
– Мин ҡайҙан беләйем. Бәлки, килгәндәрҙер, бәлки, юҡтыр. Ә һин саҡыр, шунан ҡарарбыҙ. Мин уларҙы егерме йыл күргәнем юҡ.
– Улайһа, һеҙ аҡсағыҙҙы юҡҡа әрәм итәһегеҙ, – тип йомғаҡ яһаны эштең нимәлә икәнен аңлап алған ҡыҙ.
– Беләһеңме, әйҙә беҙ былай тип саҡырабыҙ. Мине белеүселәр бында килһен, ә мин уларҙы көтөп торам. Мин бит элекке Союзды арҡыры-буйға йөрөп сыҡтым. Мине берәйһе беләлер әле.
– Ярай, фамилияғыҙҙы әйтегеҙ.
Тиҙҙән динамиктан иғлан яңғы­раны: “Кемдәр Юрий Кожемякин­ды белә, уларҙың тимер юл вокзалының бе­лешмәләр тәҙрәһе янына килеүен һорайбыҙ”. Биш минуттан теге ир янында тауыштар ишетелде:
– Юрий! Юрик!
– Толян! Толик!
– Ҡайҙан ел ташланы? – Ҡосаҡ­лашыуҙар һәм арҡанан ҡағыуҙар. Бер аҙҙан улар юл сумкаһын тотоп касса залынан сығып китте...
Эйе, мин хәҙер ят вокзалда яңғыҙың тороп ҡалһаң, ни эшләргә икәнлеген беләм...

К. МУЛЛАБАЕВ.

Автор:"ҺӘНӘК" журналы
Читайте нас: