+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Шулай ҙа була!
25 Июнь 2022, 15:00

Әйтелгән әйтемдәр

*Нисек кенә аҡыллы булһаң да, һине аҡыллыраҡ итер хәлдәр сығып ҡына тора.*Ҡатынға “улай түгел”, өләсәйгә “ашамайым”, парикмахерға “үҙегеҙ ҡарағыҙ” тигәнде әйтергә ярамай.

Әйтелгән әйтемдәр
Әйтелгән әйтемдәр

*Аҡсалары булмаған ир-егеттәр йөрәктәрен бүләк итә.
*Серәкәйҙәр ҡан урынына майҙы һурһа, уларҙы махсус үрсетерҙәр ине.
*Өсөнсө көн эшләге килмәй икән, тимәк бөгөн дүшәмбе.
*Ҡыйын булһа – сәй эс. Хәлең еңеләйеүен еңеләймәҫ, шулай ҙа сәй эскән булырһың.
*Һоҡланғыс билдәһеҙ таныштар “билдәһеҙ” булғанда ғына һоҡланғыс.
*Мөхәббәт көтмәгәндә килә. Бигерәк тә ҡатынды көтмәгәндә.
*Ҡайһы бер кешеләр хаҡында ете тапҡыр ишет, әммә үҙҙәрен берҙе лә күрмә.
*Аҡыл буйынса дуҫлашҡандарға ҡарағанда ахмаҡлыҡ менән берләшкәндәр күберәк
*Тәбиғәт уны һылыулыҡ менән йомарт бүләкләгән ине. Тик шуның менән бүләктәр тамам булған, күрәһең.
*Олоғая бара, йылдар үҙенекен генә түгел, беҙҙекен дә ала икәнде төшөнәһең.
*Беҙҙе алдағандары өсөн түгел, ә үҙебеҙ ышанған өсөн ғәфү итә алмайбыҙ.
*Бер кешенең фекерен урлау – плагиат, күптәрҙекен урлау – фәнни эш.
*Иң шәп күрше һеҙ шаулағанда ғына шаулай.
*Дуҫтар килә лә китә, дошмандар йыйыла бара. 

 

Автор:"ҺӘНӘК" журналы
Читайте нас: