+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Шулай ҙа була!
27 Июнь 2022, 13:00

Бурыс

Ике ҡулына пакет тотоп магазиндан ҡайтын ингән Рафинадтың кәйефе шәптән түгел ине. Кассаға сиратта торғанда уның янында бер нисә кеше төкрөктәрен сәсеп сөскөрөп ебәрҙе. Уларҙа вирус булһа, башың бөттө тигән һүҙ, был сир һис шикһеҙ уға ла эләгәсәк.

Бурыс
Бурыс

Башын шундай йәмһеҙ уйҙар биләп алған ир аспирин эсеп, хәлһеҙләнеп диванына барып ауҙы. Бер аҙ ятҡас ул нимәнелер иҫенә төшөрөп, телефонынан күптәнге танышы Хизбулланың һандарын йыя башланы.

– Ҡара әле, үпкәләмә инде, һиңә дүрт мең һум бурысымды тиҙ генә бирә алмам, ахырыһы.

– Ниңә? – тип һорап ҡуйҙылар телефондың теге башынан.

– Мин ҡайҙалыр вирус эләктереп ҡайтҡанға оҡшай. Хәлем насарая бара. Ҡатын эштән ҡайтып ингәс, ҡиәфәтемә бер ҡарап алыуға шунда уҡ мине дауаханаға оҙатасаҡ.

– Ҡурҡма, унда һине тиҙ генә һауыҡтырырҙар.

– Һин нимә, мине балнисҡа оҙатып, бурысыңды шунда килеп алырға уйлайһыңмы?

– Кит әле, юҡты һөйләмә, нисек улай итәйем ти, һуңынан үҙең түләрһең әле.

– Әлегә хәлем бик мөшкөл, унан сыға алыуым икеле, аҡсаңды көтмә, бирмәйем, хуш, тине лә Рафинад трубкаһын һалды. Диванда ята торғас, тағы кемгәлер бурысы барлығын иҫенә төшөрҙө.

– Әлфрит, ишетәһеңме, тештәремде яматҡанда һинән ете мең алып торғайным, кире ҡайтарып булмаҫтыр, – тип танышына үҙенең хәлен һөйләп бирҙе.

– Улай китергә бик ашыҡһаң, һин былай ит, – тип кәңәш итте танышы. – Хәҙер үк паспортыңды ҡыҫтырып, иң яҡындағы банкка барып өс миллион һум кредит һора. Ҙур процента алам, тиһәң улар уны бик тиҙ генә эшләп бирә.

– Кит, нимә эшләтәйем мин шул ҡәҙәр аҡсаны?!

– Өр-яңы машина алырһың, һис булмаһа ҡатыныңа ҡиммәтле тун... Артығы менән башҡаһына ла ҡаласаҡ. Берәй хыялың барҙың бит?

– Балыҡҡа йөрөргә моторлы кәмә алып ебәрһәм бик шәп булыр ине. Яңы велосипед, ҡармаҡ-фәлән дә мишәйт итмәҫ ине.

– Шул аҡсанан миңә ете меңеңде лә ҡайтарып бирһәң, артығы менән етәсәк.

– Туҡта әле, банктан ул аҡсаны бик тиҙ килеп һораясаҡтар бит.

– Һиңә барыбер түгелме, донъя менән хушлашырға йыйынаһың бит...

– Ярай ҙа мин китеп ҡотолормон ти, улар бит кредитыңды түлә тип ҡатыныма көн күрһәтмәйәсәктәр.

– Ҡарале, һин былай эшлә әле, ҡатының менән бөгөн үк айырылышып ҡуй, фатирыңды ла уның исеменә күсерергә онотма.

Шундай йән өшөткөс һөйләшеүҙән һуң Рафинад йоҡлап киткәнен һиҙмәй ҙә ҡалды. Күпмелер ваҡыт үткәс, ул маңлайына һалҡын тир бәреп сығыуҙан уянып китте. Иң беренсе булып ул кисә банкта булыу-булмауы тураһында уйлап алды. Юҡтыр, бармағандыр, вирус эләктереүҙән ҡурҡҡан ир магазиндан ҡайтыу менән диванына ауҙы бит. Әлфриттең кәңәше буйынса ҡатыны менән дә айырылышып өлгөрмәне, шикелле. Шул мәл кухня яғынан килгән һауыт-һаба тауышын иҫәпкә алғанда, был хәлгә барып етмәүе асыҡлана. Йоҡоға киткәс, уның өҫтөнә юрғанын да кемдер килеп япҡан бит! Ир елкәһенән ҙур йөк төшкәндәй еңел һулап ҡуйҙы. Иртән эшенә ашыҡҡанда Рафинад Хизбуллинға бирәһе дүрт меңе һәм Әлфриткә булған ете мең бурысы тураһында уйланы. Был минутта уға ул аҡса банк кредиты менән сағыштырғанда бөтөнләй бүстәк тойолдо.

Илдар ХӘЙРУЛЛИН.

Фото: http://www.tatyash.ru/index.php?issue=12533&file=160.htm      

Автор:Дилара Арсаева
Читайте нас: