+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Шулай ҙа була!
28 Июнь 2022, 15:00

"Экстремист"

Автобусҡа ултырғас, ҡулын һо­ноп килгән кондукторға “илле”не тотторҙом да, тирә-яғы­ма ҡаран­дым. – Һеҙ әйтмәҫһегеҙме, “Ихлас” мәсетенә был автобус барамы икән?

"Экстремист"
"Экстремист"

– “Ихлас” мәсетенәме? – тип ҡа­­батлап һораны кондуктор, унан артына ҡараны ла, автобус шау-шауын баҫырға телә­гәндәй: – Юҡ, был автобус “Ихлас” мәсетенә бар­­май, – тине.
– Һеҙгә “Ихлас” мәсетенә ба­рырға кәрәкме? – тине беҙгә табан йөҙө менән ҡарап ултыр­ған оло йәштәге инәй.
– Уға 51-се автобусҡа улты­рырға кәрәк, – тине инәй эргә­һен­дәге апай.
– Юҡ, – тине инәй. – 51 унда бар­­­май.
– Нисек бармаһын? – тине бы­ларға күрше ултырған урта йәштә­ге ир. – 51 унда бара.
– Юҡ, бармай, – тине был ир йә­­нәшәһендәге аҡ мыйыҡлы оло ир. – Яңылышаһығыҙ.
– Ниңә улай алдашаһығыҙ? – тине урта йәштәге ир. – 51 тап шунда бара. Мин үткән аҙнала уға ултырып барҙым.
– Юҡ, һеҙ яңылышаһығыҙ, – тине оло йәштәге инәй. – Аҡ мы­йыҡ­лы ир хаҡ. 51 унда бармай.
– Ниңә 51 бармаһын, тап 51 шу­нда бара! – тине оло инәй янын­дағы ҡа­тын. – Мин бит һеҙҙең ке­үек ҡарт түгел. Хәте­рем һәйбәт.
– Хәтерең һәйбәтме-түгелме, уныһы минең эш түгел, – тине аҡ мыйыҡлы ир. – Ә 51 унда бармай.
– Бара! 51 тап шунда бара! – тип ҡысҡырҙы урта йәштәге ир.
– Ниңә миңә шулай тауыш кү­тәрәһең? – тине аҡ мыйыҡлы ир. – Белгең килһә, мин һиңә атайың йәшендәге кеше.
– Ә һеҙ ниңә миңә “һин” тип өндәшәһегеҙ? Мин һеҙҙең менән брудершафт эсмәгән­мен, мин һеҙ­ҙе бөтөнләй бел­мәйем...
– Һеҙ үҙегеҙ ғәйепле, ниңә уға тауыш күтәрҙегеҙ? – тине оло йәштәге инәй.
– Ә ул ниңә “һин” ти, мин дә ун­дай кешегә тауыш күтәрер инем, – тине оло инәй эргәһен­дәге ҡатын.
– Бына ошондайҙарҙы үҙ башы­быҙға тәрбиәләгәнбеҙ – хәҙер беҙгә аҡыралар, – тине аҡ мыйыҡ­лы оло ир.
– Мин аҡырҙыммы?
– Һин!
– Ҡара әле оятһыҙ, – тине оло йәштәге инәй. – Аҡырҙы ла, хәҙер аҡырманым тип ултыра!
– Ә һеҙ, ҡарсыҡ, ҡыҫылма­ғыҙ! Юғи­һә, хәҙер...
– Нимә эшләтәң? Йә...
Ҡыҫҡаһы, тиҙҙән был әңгәмә ике лагерҙың һуғыш-тартҡы­лашы ме­нән бөттө.
Полиция саҡырттылар. Сәбә­бен һораша башланылар. Шул мәл был дүрт “һуғыш суҡмары” бармаҡ төртөп миңә күрһәтте.
– Бөтә ыҙғышты ул башланы!
– Шулаймы? – тине полицейский миңә аҡайып.
– Мин, 51-се автобус “Ихлас” мәсетенә барамы, тип кенә һора­ғайным...
Ҡыҫҡаһы, миңә протокол тө­ҙөл­дө.
Ҡайһы аралалыр бер-береһе менән дуҫлашып өлгөргән “Һу­ғыш суҡмарҙары” уҙышып имзаларын ҡуйҙылар.
Шулай итеп, “Ихлас” мәсете урынына мине тимер рәшәткә­ле бүл­мәгә индереп яптылар.
Ә иртәгеһенә судья ҡатын миңә “экстремист” тип исем ҡушты ла, 15 тәүлеккә хөкөм сығарҙы.

Сөләймән ЛАТИПОВ.

Автор:"ҺӘНӘК" журналы
Читайте нас: