+9 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Шулай ҙа була!
28 Июнь 2022, 10:00

Шуҡ ҡыҙыҡай

Беҙ әсәйем менән ҡала баҡ­саһына барҙыҡ. Ингән ерҙә бә­ләкәй генә будка, унда би­леттар һатыла. Ҡапҡала – ҡа­рауылсы – контролер – вах­тер, йөҙө ниш­ләптер һытыҡ.

Шуҡ ҡыҙыҡай
Шуҡ ҡыҙыҡай

Әсәйем билет алды, бәләкәй булғанлыҡтан, ул миңә кә­рәк­мәй. Ҡойма янында үлән өҫтөн­дә күптән ҡырынмаған ике ир ул­тыра. Мин, шуҡ ҡы­ҙыҡай, улар­ҙың янынан үт­кәндә асылған, ләкин әле эселмәгән араҡы шешәһен йәһәт кенә эләктерҙем дә ҡапҡаға йүгерҙем. Ирҙәр ми­нең арттан ташланды. Ләкин уларҙың юлына ҡарауылсы арҡыры төштө:
– Ҡайҙа?
– Туғанҡайым, – тип ҡысҡыра ирҙәр, – ул теге... ни... беҙҙең шешәне сәлдерҙе!
– Билеттарығыҙҙы күрһәте­геҙ, граждандар, билетта­ры­ғыҙҙы!
– Командир, аҡсабыҙ юҡ, әсә­йем менән ант итәм, һуңғы тин­дәргә баш төҙәтергә ал­ғайныҡ!
– Аҡса юҡ икән, билеттар ҙа юҡ. Билеттар юҡ икән, баҡса ла юҡ! Индермәйем!
Әсәйем ҡатып ҡалған, ә мин баҡса буйлап йүгерәм, ҡу­лымда ҡояш аҫтында шешә йылтырай. Ҡоймаға тотоноп, ирҙәр ялына:
– Балаҡайым, матурҡайым, шешәне бир! Бир!
Ҡапҡа төбөндә ҡарауылсы йылмая. Ниһайәт, әсәйем иҫенә килеп, мине ҡыуырға тотондо. Тотҡас, әрләй-әрләй йомшаҡ еремә һуҡҡас, ҡарауылсының ҡәнәғәтһеҙ ҡарашы аҫтында теге бәхетһеҙ шешә хужала­рына ҡайтарыл­ды. Ирҙәрҙең береһе боролдо ла бар көсөнә икен­сеһенең яңағына ҡундыр­ҙы.
– Һин нимә? – тегенең күҙ­ҙәре аҡайҙы.
– Әйттем мин һиңә магазин артында ултырайыҡ тип. Ә һин: “Тәбиғәт, саф һауа”. Ҡәбәхәт!

Ә. ЙӘНҒӘЛИНА.

Автор:"ҺӘНӘК" журналы
Читайте нас: