+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Шулай ҙа була!
30 Июнь 2022, 14:00

Аҡылдан яҙырһың

Ғәҙәттәге ҡала фатиры. 2018 йыл.– Атай, карточкаңдан 99 бакс алырға яраймы? Китап өсөн тү­ләргә.– Ниндәй китап?– Теге... ни... Мәжит Ғафури. “Ҡара йөҙҙәр”.

Аҡылдан яҙырһың
Аҡылдан яҙырһың

– Юҡҡа аҡса туҙҙырма. Өйҙә бар бит.
– Ысынмы? Ниндәй файлда?
– Бында файл кәрәкмәй. Китап шкафында тора.
– Ҡағыҙ китапты әйтәһеңме ни?
– Булһа ни. Мин уны һинең кеүек саҡта уҡыным.
– Һинең кеүек саҡта... Һинең кеүек саҡта... Унда эҙләү юҡ. Һинеңсә, мин өҙөктәрҙе нисек табырға тейеш? Аудио-оҙатыу ҙа юҡ. Анимация һүрәттәр ҙә юҡ. Текст ҡына, унда хатта шрифтты ла алмаштырып булмай. Һин нимә? Мәктәптә минән көләсәк­тәр! Ундай китапты үҙең уҡы.
– Йә, ярай. Ана, DVD ал. Ун биш йыл элек һатып алғайным.
– Нимә? DVD? Һинеңсә, мин ул антиквариатты ни менән уҡыр­ға тейеш? Уны политехник музей­ға тапшыр. Һин миңә тағы пер­фотаҫмалы Ғафури тәҡдим ит!
– Улай бик башлы икәнһең, үҙең селтәрҙән эҙләп тап та, бушҡа күсереп ал.
– Китапты бушҡамы?
– Эйе, ҡайҙалыр яталыр әле.
– Һеҙ быуат башында барыһын да бушҡа күсереп алғанһығыҙ­ҙыр, бәлки. Биш йыл элек үк бөтә әҫәрҙәргә лә автор хоҡуғы Америка китап нәшер итеүселәр ассоциацияһына мәңгелеккә тапшырылыуын ишетмәнеңме ни? Әллә һин мине төрмәгә ултыртып ҡуйыуҙарын теләйһеңме?
– Ғафури американ түгел дә баһа! Бында американдарҙың ни ҡатнашы барҙыр, аңламайым. Бер файл өсөн 100 доллар артыҡ күп түгелме? Класташтарыңдан һорап тор. Ә һин уларға үҙеңдең берәй файлыңды бирерһең.
– Әһә! Әгәр улар миңә үҙ Ға­фурийын бирһә, мин уны ҡайҙа уҡырмын?
– Нисек инде “ҡайҙа?” Улар үҙ күсермәләрен үҙ өйҙәрен­дә, ә һин үҙеңдекен бында.
– Ну, атай, һин донъянан бө­төнләй артта ҡалғанһың. Китапты уны һатып алған комп­тан ғына уҡырға мөмкин. Ҡыҫҡаһы, атай, аҡса бир!
– Йә, ярай. Бына һиңә беҙ­ҙең счеттан 99 бакс алыр өсөн бер тапҡыр файҙаланыла тор­ған пароль.
– Ок. Күсереп алдым.
– Миңә лә күрһәт әле. Улым, ҡара әле, бында ниндәй һү­рәттәр ул? Әҫәрҙә бындай­ҙары юҡ ине шикелле.
– Баннер улар. Уларһыҙ китап 699 бакс тора.
– Улым, повестың тексы ни­ңә күренмәй ул? Баннер­ҙарҙың юғалғанын көтөргә кәрәкме ни?
– Әллә Айҙан төштөңмө? Тексты махсус күҙлек кейеп уҡырға кәрәк, әтеү реклама ғына күренә.
– Ә күҙлек нимәгә?
– Китапты аҡса түләгән кеше генә уҡый алһын өсөн.
– Әгәр мин һинең күҙлекте кейһәм?
– Барыбер уҡый алмаясаҡ­һың, сөнки ул минең күҙгә ге­нә иҫәпләнгән. Лицензия бөт­кән­се өлгөрөргә кәрәк, юҡһа, йә файл арендаһын оҙайтырға тура ки­ләсәк, йә китап юҡҡа сығасаҡ. Ҡамасаулама, мин уҡыйым.
***
Бер сәғәттән һуң.
– Уффф, уҡып сыҡтым!
– “Ҡара йөҙҙәр”ҙе бер сәғәт тәме?
– Эйе, 15 минут һайын реклама булмаһа, тиҙерәк тә уҡый алыр инем.
– Барыбер ышанмайым! Әйт әле, Ғәли кем ул?
– Кем-кем?
– Ә-ә-ә, аңлашылды. Фәхри менән Хәмиҙә кем? Закир?
– Ҡайҙан беләйем! Мин Ғә­ли­мәнең аҡылдан яҙғас мәке­гә төшөп үлеүен генә уҡыным. Бү­тәндәрҙе белер өсөн башҡа версияларҙы һатып алырға кәрәк. Беҙҙең ундай аҡсабыҙ юҡ бит.
– Аҡылдан яҙырһың, был донъя ҡайҙа тәгәрәй?
– Тәгәрәгән инде. Был хаҡта ун биш йыл элек уйларға кәрәк ине, унан да иртәрәк булмаһа әле...

Ә. ҠАРАҒУЖИН.

Автор:"ҺӘНӘК" журналы
Читайте нас: