+18 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Шулай ҙа була!
1 Июль 2022, 15:00

Ҡәһүә сынаяҡтары

Дәрәжәле генә уҡыу йортон тамамлап, инде карьера ла эшләп өлгөргән бер төркөм йәштәр, оло йәштәге профессорҙың хәлен белешеп, ҡунаҡҡа килгән.

Ҡәһүә сынаяҡтары
Ҡәһүә сынаяҡтары

Һөйләшеп ултырған арала һүҙ эш темаһына ла ҡағыла: улар күберәк төрлө ауырлыҡтарға, тормош етешһеҙлектәренә зарлана.
Ҡунаҡсыллыҡ күрһәткән профессор аш-һыу бүлмәһенән ҡәһүә сәйнүге һәм фарфор, гәлсәр, быяла, пластиктан яһал­ған сынаяҡтар ултыртылған батмус алып сыға. Йәғни затлылары ла бар, ябайҙары ла.
Барыһы ла ҡәһүәләрен ҡулдарына алғас, өлкән уҡытыусы:
– Иғтибар итегеҙ әле, бөтә зат­лы сынаяҡтарҙы ғына алып бөттөгөҙ, ә ябайыраҡтары ултырып ҡалды. Был хәл ғәҙәти кеүек, һәр кем үҙе өсөн тик яҡшыны ғына теләй, әммә ошонда ята ла инде мәсьәләнең төп асылы. Аңлағыҙ, һауыт бер нисек тә эсендәге әйберҙе яҡшыраҡ итеп күрһәтә алмай, тик нимә эскәнебеҙҙе генә йәшерергә мөмкинлек бирә. Һеҙҙе лә бит ҡәһүә ҡы­ҙыҡһындырғайны, ә сынаяҡ түгел. Шулай ҙа аңлы рәүештә уларҙың ҡиммәтерәктәрен һайлап алдығыҙ ҙа һуңынан, кемгә ниндәй эләккән икән, тип бер-берегеҙҙең ҡулына ҡарап алдығыҙ. Ә ҡәһүәнең тәмен бөтөнләй тойманығыҙ ҙа.
Ә хәҙер күҙ алдығыҙға килтерегеҙ: ҡәһүә – ул беҙҙең тормош, ә сынаяҡтар – эш, аҡса, йәмғиәт­тәге урын, донъя көткәндә кәрәк булған әйберҙәр ролен үтәүсе генә. Шулай булғас, ниндәй генә ҡиммәтле һауыттан ашап-эсһәң дә, ул тормошобоҙҙоң кимәлен күрһәтмәй һәм үҙгәртмәй.
Айырыуса бәхетле тип иң яҡшы әйберҙәргә эйә булған әҙәмде түгел, ә нимәһе бар, шуның эсенән дә иң һәйбәтерәген, яҡшырағын һайлап ала белгән кешене һанай­ҙар, – тип һүҙен тамамлай профессор.

Фото: nutsexpert.ru

 

Автор:Дилара Арсаева
Читайте нас: