+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Шулай ҙа була!
2 Июль 2022, 10:00

Үҙеңә ҡалдыр!

Бер ваҡыт ирем менән төҙө­лөш материалдары магазинына барҙыҡ. Кәрәк нәмәләрҙе алғас, кассаға сиратҡа баҫтыҡ. Беҙҙең алда бер бабай тора, тауары өсөн иҫәпләшә.

Үҙеңә ҡалдыр!
Үҙеңә ҡалдыр!

Ул кассир ҡыҙға биш меңлек бирҙе. Ҡыҙыҡай аҡсаның ялғанмы-түгелме икән­леген тикшергәнсе, чек баҫҡан­сы, ҡайтарып бирергә аҡса иҫәпләгәнсе, бабай тауарынан күҙ­ҙәрен алманы, плинтусты нисек ҡуясағы тураһында уйлаған­дыр, күрәһең. Кассир уның алдына ун тинлек һалды ла, ҡағыҙ аҡсалар иҫәпләргә тотондо. Мин ҡарап торам, ул дүрт мең һум тирәһе ҡай­тарырға тейеш. Шул ваҡыт уйға батҡан бабай тауарын алып касса янынан китә башланы. Кассир уға ҡысҡыра:
– Сдачағыҙҙы алығыҙ!
Ә ул ҡулын ғына һелтәне:
– Кәрәкмәй, үҙеңә булһын!
Мин дә ҡысҡырам, өҫтәүенә, барыбыҙҙың да ғәжәпләнеүҙән күҙҙәребеҙ шарҙай булған. Кассанан алыҫлашҡан бабай йылмая. Беҙ хор менән ҡыс­ҡырабыҙ:
– Сдачағыҙҙы алығыҙ!
Ә уның иҫе лә китмәй. Ниһа­йәт, кассир ҡыҙ то­роп баҫты ла, меңлектәрҙе болғай башланы. Әл­биттә, бабай барыһын да аң­ланы һәм аҡсаһын ки­леп алды. Беҙ иһә һаман иҫебеҙгә килә алмайбыҙ.

Б. ИРДӘҮЛӘТОВА.

Фото: tut-magaz.ru

Автор:"ҺӘНӘК" журналы
Читайте нас: