+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Шулай ҙа була!
4 Июль 2022, 13:00

"Балнис матур дауалай"

Ғилминиса әбей, бала сағынан бир­ле һарымһаҡ һәм витаминлы үлән­дәр, шифалы йәшелсәләр, емеш-еләк кенә ашап йәшәгәнлек­тән сир­ҙәргә бирешмәгән, һикһән йәше уҙ­ғансы дауахана ишеге нисек асыл­ғанын күрмәгән дә белмәгән.

"Балнис матур дауалай"
"Балнис матур дауалай"

Урамда осратып башҡа ҡарсыҡтар менән һөйләшеп ултырһа, йә яҡын әхирәт­тәренә сәй эсергә барһа, уларҙың биш һүҙенең өсәүһе «балнис», «духтыр» хаҡында барғанын күп тыңлағас, «минең дә һөйләргә һүҙ булыр», тип, тамағы ла ауыр­тыңҡырап торғас, поликлиникаға барған.
– Әбекәй, әллә сирләп киттеңме? – тип һорай унан табип.
– Һалҡын һыу эскәйнем, улым, тамағыма әллә нимә булды, – тип яуаплай әбей.
– Йә, улай булғас, ауыҙыңды ас, – тип, ялтырауыҡлы кескәй тимер менән теленә баҫҡылай, тамаҡ төбөн ҡарай табип, – хәҙер эске күлдәккә тиклем сисен, үпкәңде ле тыңлайыҡ. Ҡарсыҡ:
– Бәй, улым, һин үҙебеҙҙең кеше икән, сисенмәйенсә генә тыңлап булмаймы? – ти, күрәһең, ул әхи­рәттәренән «сисенеү» тигән хәбәр ишетмәгән. – Оялам бит әле, – тип өҫтәй.
– Сисенмәй булмай, әбекәй, ҡул­тыҡ аҫтыңа градусник та ҡуйырға кәрәк, ҡан баҫымыңды ла ҡарармын, үпкәңде лә тыңлармын, – ти. Ҡар­сыҡ, шулай кәрәктер инде, тип, яйлап ҡы­на сисенгән. Табип уның тән йылы­лығын, ҡан баҫымын үлсәй, үпкәһен тыңлай, үлсәмдәрҙе ҡарсыҡтың карточкаһына яҙа, шул арала, ҡаршы өҫтәл артындағы шәфҡәт туташына анализдарға йү­нәлтмә яҙырға кә­рәклеген ҡуша.
– Кейенегеҙ, – ти әбейгә. Әбей ке­йенгәс, алдына ваҡ ҡағыҙҙар һала ла:
– Был ҡағыҙҙар иртәгә анализдар биреү өсөн, ә ошоларын флюрография һәм ЭКГ үткән кабинеттарҙа бирерһегеҙ.
Әбей:
– Улыҡайым, һин мосолман бала­һы икән. Кәрәкмәй миңә шул хәтле анализдар, уколдар ҙа кәрәкмәй, мин һауыҡтым инде. Аллаһы Тәғәлә үҙеңә иҫәнлек бирһен, – ти. Аҙ ғына уйлағас, балнис матур дауалай икән ул, тип, рәхмәт әйтә лә, йүнәлтмә­ләрҙе алмайынса кабинеттан сығып китә.

Кәрим БУЛАТ.

Автор:"ҺӘНӘК" журналы
Читайте нас: