+23 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Шулай ҙа була!
4 Июль 2022, 17:30

"Неписсуха"

Алкомаркет. Ике һатыусы һәм ҡыҙмаса ағай.– Һаумыһығыҙ, һеҙҙә “Неписсуха” коньягы бармы?– Ниндәй-ниндәй?– “Неписсуха”, шуны ла бел­мәйһегеҙме ни?!

"Неписсуха"
"Неписсуха"

– Бында эшләгәнебеҙгә дүрт йыл, бер ҙә ишеткәнебеҙ юҡ...
– Ана тора бит!
Ағай кәштәнән “Hennessy XO” шешәһе ала.

Йөҙәр грамм

Герой-ҡала Одесса. Ҡара диң­геҙ буйы. Бер төркөм ир-ат байрам итә. Береһенең тәүге малайы тыуған, шуның тәпәйен йыуалар. Бәхетле ата таныш булғанын да, таныш булмаға­нын да һыйлай. Ҡараңғы төшә. Аяҡта баҫып тора алғандар таралыша, башын да күтәрә ал­мағандары шунда уҡ ятып йоҡлай.
Яр буйында ике егет ултыра. Алдарында араҡы, ҡабым­лыҡ­тар.
– Славик, йөҙ грамм эсәһең­ме?
– Юҡ, миңә иртән биштә то­рорға кәрәк.
– Уянырһың әле...
– Улайһа ҡой һуң.
Биш минут үтә.
– Славик, йөҙ грамм ебәрә­һең­ме әллә?
– Юҡ-юҡ, миңә иртән биш­тә торорға, аэропортҡа ба­рырға!
– Тапҡанһың проблема!
– Ҡой һуң...
Биш минут үтә.
– Йөҙәр граммы?
– Юҡ, миңә иртән биштә то­рорға, аэропортҡа барырға кә­рәк! Шунан Ереванға осорға!
– Тапҡанһың проблема! Ни­ңә йәнгә тейәһең? Торорһоң да, машина тоторһоң, аэро­портҡа барып етеп самолетҡа ултырырһың да йоҡоңдо туй­ҙы­рырһың! Ундай хәл бер һи­нең менән генә булған тиһеңме ни?
– Һин мине аңламаның! Ми­ңә иртән биштә торорға, аэ­ропортҡа барырға, шунан самолетты Ере­ванға алып китергә кәрәк. Мин – штурман.

Икене...

Кис һуң ғына ларек-магазинда сиратта торабыҙ. Арабыҙҙа һал­мыш ир ҙә бар. Тегенең сираты етте.
– Джин тоник... – тине ул, телен саҡ әйләндереп. Һатыусы өҫкө кәштәгә үрелде, буйы етмәгәс, табуреткаға баҫып “Gordon” джины алды ла шап иттереп при­лавкаға ҡуйҙы. Ир дауам итте:
– “Очаковский”...
Һатыусы мыңғырланы ла (кеше күп!) йүгерә-атлай барып артҡы ишекте асты, йәшник­тәрҙе күсе­реп, бер банка алды. Келәттән сыға алмағас, йәшниктәрҙе тағы урынына ҡуйырға мәжбүр булды. Джинды алдына ҡуйғас, ир дауам итте:
– Икене...

Ә. ҒИЛМИЯРОВ.

"Неписсуха"
"Неписсуха"
Автор:"ҺӘНӘК" журналы
Читайте нас: