+18 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Шулай ҙа була!
6 Июль 2022, 10:00

Имтихан

Ликер-араҡы техникумында имтихан. Уҡытыусы алдында стакандар батареяһы тора. Студент инә. Уҡытыусы (һалып алған):– Б-б-билет ал!

Имтихан
Имтихан

Студент (стакан ала, тәмләп ҡарай):
– Портвейн.
Уҡытыусы (студенттың ҡулын­дағы стаканды тәмләп ҡарағас):
– Д-д-дөрөҫ т-т-түгел! Икеле! Әйт, иптәшең инһен!
Икенсе студент:
– Виски!
Уҡытыусы:
– Ю-ю-юҡ! Икеле!
Өсөнсө студент:
– Араҡы!
Уҡытыусы:
– Д-д-дөрөҫ! Нисә градуслы?
– 38 градус +– 0,4 %.
– Д-д-дөрөҫ! Ҡ-ҡ-ҡайҙа ҡ-ҡ-ҡойолған?
– Өфөлә, икенсе цех, беренсе линия, икенсе смена.
– Д-д-дөрөҫ! Зачеткаңды бир!
Студент зачеткаһын бирә, уҡытыусы асып ҡарай:
– Политех студенттары тағы ла бушҡа эсергә килгән!

Р. АЙЫҠБАЕВ.

Автор:"ҺӘНӘК" журналы
Читайте нас: