+18 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Шулай ҙа була!
6 Июль 2022, 17:00

Һушын юғалтҡан һыйыр

(“Колхоз” һүҙе студенттар өсөн айырым мәғәнәгә эйә булған, алыҫта тороп ҡалған осор тураһында) Беҙҙең төркөмдө тағы ла баҫыу эштәренә ебәрҙеләр. Ҡалала тыуып үҫһәк тә, беҙ ҙә төшөп ҡалғандарҙан түгел, институтта уҡығанда барыһына ла күнеккән егеттәр инек инде.

Һушын юғалтҡан һыйыр
Һушын юғалтҡан һыйыр

Бәрәңге утауҙың, бүлбеләрҙе йыйыуҙың рәт-сиратын белә­беҙ. Был юлы бәрәңге ҡаҙыу урынына беҙгә, – миңә, Айҙар­ға һәм Сиражиға, – һыналған өс дуҫҡа, “махсус эш” ҡуш­ты­лар. Һыйырҙарға вакцина яһарға ваҡыт еткән икән. Ет­мәһә, һуңлатырға ярамай, ти­ҙәр. Әлбиттә, һәүкәштәргә энә­не ветеринар ҡаҙарға тейеш, беҙ ярҙамсылар ғына, йәғни уларҙы тотоп торабыҙ. “Ҡулдан килгән тиклем тынысланды­рырға”, – тип өгөт-нәсихәт бир­ҙе төркөм етәксеһе.
Эш былай ойошторолғайны: һәр һыйырҙы сиратлап аранға ҡыуып индерәләр. Айҙар уның мөгөҙҙәренән тота (ҡулынан килгән ҡәҙәр тынысландыра), мин иһә ветеринар укол һал­ғансы, арт һын өсөн яуаплы. Опе­рацияның был өлөшө, ғә­жәпкә ҡаршы, бик ыңғай барҙы. Бәлки, Айҙар һәүкәштәрҙе тынысландырыу өсөн тейешле һүҙҙәр тапҡандыр, бәлки, табип үҙ эшенең оҫтаһы булған­дыр. Сиражиҙың бурысы – “пациенттарҙы” сиратлап “операция бүлмәһенә” ҡыуып ин­дереү.
Һыйыр, билдәле булыуынса, тиҫкәре мал, аҡыл яғы самалы. Сиражи уларҙы сыбыҡ менән ҡыуҙы, айырыуса тиҫкәрелә­рен һүгеп тә алды.
Бына уға алға бер аҙым да атларға теләмәгән “пациент” тура килде. Сиражи уны ти­рәләп йүгереп йөрөй, ә һәүкәш ыжламай ҙа. Ҡыҫҡаһы, дуҫы­быҙҙы сығырынан сығарҙы. Тупаҫ көс ҡулланды, тиҫкә­ренең һыртына таяҡ менән һуҡты. Һуғыуын һуҡты ла ул, ләкин шунда уҡ үкенде. Һыйыр мөлдөрәп Сиражиға ҡараны. Ул да, беҙ ҙә һыйырҙар шул тиклем мәғәнәле ҡарар, тип бер ҡасан да уйламай инек. Уның ҡарашында бөткөһөҙ хәсрәт һәм аяуһыҙ донъяға үпкә сағыла ине. Ул арала булмай, һыйыр боролоп аяҡтары­на ултырҙы ла, йәнһеҙ кәүҙәһе менән “үлтереүсенең” алдына ҡоланы.
Дәүләт милкен әрәм-шәрәм итеү күҙ алдында. Малдың башына еткән Сиражи ауыҙын асып, күҙҙәрен таҫрайтып ҡа­тып ҡалды. Айҙар уның һүҙһеҙ һорауына яуап бирҙе:
– Дуҫҡайым, 500 тәңкәңде әҙерлә!
Ул осор өсөн бик күп аҡса.
– Егеттәр, ни эшләргә инде миңә хәҙер?
– Быны һин үҙең беләһең… яһалма һулыш алдыр, – тип кәңәш итте Айҙар.
Сиражи үле кәүҙә янына ту­быҡланды. Берәй ваҡыт малға яһалма һулыш алдырғанығыҙ бармы? Кешене бындай ос­раҡтарҙа, ғәҙәттә, арҡаһына ят­ҡыралар. Сиражиҙың быны эшләргә хәленән килмәне, шуға күрә һыйырҙың башын күтәрҙе лә яңаҡ һөйәктәрен ҡуҙғатырға тотондо.
Йоҡлаусы һылыу бындай принцты көтмәгәйне, күрәһең. Ул ваҡытта айыры тояҡлы­ларҙы яратыу модала түгел ине шул әле. Һыйыр ҡурҡышынан мышнап, тороп баҫты ла ситкә тайпылды.
Беҙ уға прививканы һуңынан барыбер яһаныҡ.

Ә. ШАКИРОВ.

Фото: agro-kazakhstan.com

Автор:"ҺӘНӘК" журналы
Читайте нас: