+1 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Шулай ҙа була!
7 Июль 2022, 15:00

Куртка бәләһе

Эштә һин дә мин эшләп ултыра торғас, төш еткәнен һиҙҙереп ҡор­һаҡ тамаҡ һорай башланы. Ойош­мабыҙҙан алыҫ түгел кафе һымаҡ бер нәмә бар.

Куртка бәләһе
Куртка бәләһе

Аҡса янсығын алдым да, ши­фонь­ерҙан еңел курткамды эләк­тереп, шунда юлландым. Тамаҡты ялғап алғас, ҡайтыу яғына ыңғай­ланым.
Тамаҡ туйғас, күңел көр, аяҡ ергә теймәй атлай торғас, ҡапыл ел сыҡты ла башыма бер нәмә «шап» итеп ҡапланды ла ҡуйҙы. «Бәй-бәй, был нимә булды һуң?» – тип тегене тартҡыслап ҡараһам да баштан йолҡоп алып булмай ҙа ҡуя. «Кемеһе шулай шаярта икән, тапҡан шаярыр ваҡыт!» – тип аптырай башланым.
Шулай тартҡыслай торғас, еңел куртканың капишоны икәне саҡ башыма барып етте. Ундай нәмә кейеп өйрәнмәгәс, үҙемә лә ҡыҙыҡ булып китте. «Был ниндәй капишон, минең куртканың ул нәмәһе юҡ та баһа?!» – тип туҡтап ҡалдым. «Әллә кафела берәйһенекен яңы­лыш кейеп киттемме икән?» – тип бер килке аптырап баҫып торҙом. Тора биргәс, унда куртканы ул­тырғыстың артына ғына элгәнемде иҫкә төшөрҙөм. Тимәк, бер бүл­мә­лә ултырған ҡатындың еңел курткаһын кейеп киткәнмен булып сыға түгелме?..
Бүтән сара ҡалмағас, башты түбән эйеп, куртканы ҡулға ғына элеп, бүлмәгә килеп индем. Бергә эшләгән ҡатынға үҙем менән бул­ған мажараны һөйләй генә баш­лағайным, ул бот сабып көлөргә тотондо. Ҡатын-ҡыҙ халҡы ҡыҙыҡ бит ул. Кәкре бармаҡ күрһәтһәң дә көлөргә тора. Хеҙмәттәш ҡатын да бүлмәне дер һелкетеп көлөүен­дә булды.
Үҙемдең һоро төҫтәге, етмәһә, күн курткам шифоньерҙа тора. Бына һиңә, шулай ҙа була икән, тип теге ҡатын менән күҙҙән йәш сыҡҡансы тағы көлөргә тотондоҡ.
Ярай әле, кире барып кафела ҡалдырып китмәгәнмен. Әтү хеҙ­мәттәшемә яңы куртка алып би­рергә тура килер ине.

Л. САЯПОВ.

Фото: art4apps.org

Автор:"ҺӘНӘК" журналы
Читайте нас: