+1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Шулай ҙа була!
7 Июль 2022, 11:00

Үҙләштереү

Хикәйә Халыҡ: «Күпер, күпер!» – тип ҡолаҡ итен ашай торғас, еңелде Хәмәтәмин. Быйыл Сәрмәсән аша әҙәм рәтле күпер һалдырырға булды. Проект-смета документтары әҙерләнеү менән, төҙөүсеһе лә табылды.

Үҙләштереү
Үҙләштереү

– Аҡса аҙ бүленмәй, эш мөһим, – тине Хәмәтәмин, тө­ҙөлөш ойошмаһы башлығы Әлхәметдингә бөтә документ­тарҙы ла тотторғас. – Халыҡ күп интекте. Көҙгә үк үҙләш­тереп бөтөрөргә кәрәк!
Ун көн үтеү менән, ул Әлхә­метдинде телефонға саҡырт­ты.
– Үҙләштереү планы ни хәлдә?
– Ал да гөл, Хәмәтәмин иптәш!
Ай үткәс, Хәмәтәмин һалы­нып ятҡан Сәрмәсән күперен йәнә хәтерләне. Хәтерләне лә Әлхәметдинде тағы телефонға саҡыртты.
– Айлыҡ аҡсаны ике йөҙ процентҡа үҙләштерҙек! – тине төҙөлөш ойошмаһы баш­лығы был юлы.
Ә икенсе ай аҙағында ул үҙе шылтыратты Хәмәтәмингә:
– Айлыҡ аҡсаны ике йөҙ илле процентҡа үҙләштерҙек!
Телефон шулай ай һайын шылтыраны. Шылтыраған һа­йын Хәмәтәмин унан ай­лыҡ пландың арта барған проценттары үҙләштерелеүе тура­һында ишетте. Бөтә аҡсаның да үҙләштерелеп бөтөрөлөүе тураһында хәбәр алғас, өр-яңы күперҙең ал таҫмаһын киҫер өсөн өр-яңы ҡайсы алып, насар юлдан йөрөй-йөрөй ҡыйралып бөткән «Мос­квич»ы менән Сәрмә­сән­­гә ҡарай елде. Байтаҡ эҙ­ләгәндән һуң, Хәмәтәмин бер ялбыр муйыл төбөнә ҡоролған ҡыуыштан Әлхәметдинде табып алды.
– Күпер ҡайҙа?
– Ниндәй күпер? – тине Әл­хәметдин, аңламайынса.
– Үҙләштереү планын арттырып үтәгән күпер!
– Ә-ә, һин уны әйтәһеңме ни? – тине Әлхәметдин, шунда ғына төшөнөп. – Һала башламаныҡ әле беҙ уны…
– Нисек инде? – тип ғә­жәп­ләнде Хәмәтәмин. – Был бит енәйәт!
– Енәйәт! Ауыҙығыҙҙы үл­сәп асығыҙ, кем… Хәмәтә­мин иптәш!.. – тине уға ҡар­шы Әл­хәметдин, күҙҙәрен утландырып. – Һеҙ минән нимә та­лап иттегеҙ?
– Күпер! – тине Хәмәт­әмин.
– Юҡ! – тип башын сай­ҡаны бынан һуң Әлхәметдин. – Һеҙ минән аҡса үҙләштереү планының үтәлешен талап иттегеҙ. Ә мин уны ай һайын арттырып үтәнем. Миндә бө­тәһе лә иҫәпләп барылған! Ана күпме соҡор ҡаҙылған! Ана күпме балсыҡ өйөлгән! Ә һеҙ, енәйәт, тиһегеҙ. Ауыҙығыҙҙы үлсәп асығыҙ, кем…Хәмәт­әмин иптәш…
Хәмәтәмин һыу уртлаған­дай булды ла ҡуйҙы.

Рәис ҒАБДРАХМАНОВ.

Фото: m.novgorod.ru

Автор:"ҺӘНӘК" журналы
Читайте нас: