Ә әбейҙең улы бер кемгә лә иғтибар итмәй, сабыр ғына әсәһен һыйлауын дауам итә. Ашап бөткәс, ҡулъяулығы менән ауыҙын һөртөп, итәгендәге валсыҡтарҙы йыйып, яулығын матурлап бәйләй ҙә ҡул йыуыу бүлмәһенә оҙатып ҡуя. Залдағылар һүҙһеҙ генә быларҙы ситтән күҙәтә.
Һый-хөрмәт өсөн рәхмәт әйтеп, әсәһен етәкләп ишеккә табан йүнәлгән иргә өлкән генә бер ағай:
– Зинһар өсөн, туҡтағыҙ әле. Һеҙ бер әйберегеҙҙе онотоп ҡалдырҙығыҙ түгелме?
– Әлләсе, бар нәмәм дә үҙем менән шикелле? – тип аптырай уҙаман.
– Юҡ шул! Һеҙ һәр бер әсәйгә – өмөт, ә улдарына фәһемле дәрес ҡалдырҙығыҙ, – тигән ағай.
Ресторанда тынлыҡ урынлаша. Ул саҡта һәр ҡайһыһы ошондай ул һәм ҡыҙ хаҡында хыял иткәндер.
Беҙ барыбыҙ ҙа ҡасан да булһа ҡартаясаҡбыҙ, ә инде яратып-һөйөп үҫтергән балаларыбыҙ өлкәнәйгән көндә хөрмәтләп, ысын күңелдән ихтирам күрһәтһә, бик һөйөнөр ине ата-әсәләр. Ә игелек бәләкәйҙән тәрбиәләнә. «Ни сәсһәң, шуны урырһың», – тип бер ҙә юҡҡа әйтмәгәндәр бит.
Фото: Twitter