

*Яуыз уй менән килһәң, буҫаға ла тауға әйләнә.
*Дан һәм хөрмәт ерҙә ята, билең бөк тә, тирең түк тә ҡаҙып ал.
*Өйөңдә ҡунаҡ барҙа этеңә лә ҡаты өндәшмә.
*Атайыңа һуҡҡан таяҡ улың ҡулына күсер.
*Атта барғанда күп һөйләй, йөк күтәрһә, тыны юҡ.
*Бысаҡ яралай алмағанды нахаҡ һүҙ яралай ала.
*Нәпселе кеше – төпһөҙ күнәк.
Зирәк ОТҠОРБАЕВ йыйҙы.