0 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Шулай ҙа була!
12 Июль 2022, 17:30

Бер миллион һум аҡса тапҡандар

Иптәштәр, аҡса тапһағыҙ, ни эшләр инегеҙ? Киров өлкәһенең бер ҡалаһында малайҙар 1 миллион һум аҡса ятҡан сумка тапҡан.

Бер миллион һум аҡса тапҡандар
Бер миллион һум аҡса тапҡандар

Хаҡлы ялдағы ир сумкаһын автомобиль өҫтөнә ҡуйып торған да иғтибарһыҙлығы арҡаһында онотоп ҡалдырған. Быны күреп ҡалған 11, 12 йәшлек малайҙар аҡсаны, полиция бүлегенә алып барған. Хоҡуҡ һаҡсылары хужаны табып, аҡса табылыуы тураһында хәбәр иткәс, ул бик ҡыуанған, балаларға рәхмәтен белдергән. Дөрөҫ ҡарар ҡабул итеп, табылған аҡсаны полицияға илтеп тапшырғандары өсөн уҡыусыларҙы дәртләндереү мәсьәләһе хәл ителә.

Эльвира ӘСӘҘУЛЛИНА.

Фото:yandex.ru.

Автор:Дилара Арсаева
Читайте нас: