-6 °С
Ясна
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Шулай ҙа була!
12 Июль 2022, 10:00

Компьютер һәм беҙ

Менеджер. Компьютерым тоҡанмай – админды саҡырҙым. Админ килде, ҡулдарын өҫкә күтәрҙе, үҙ алдына аңлашылмаған һүҙҙәр мығырланы, ултырғысымды күсәрендә ун тапҡыр әйләндерҙе, компьютерға типте – теге эшләй башланы.

Компьютер һәм беҙ
Компьютер һәм беҙ

Ҡул­дарын тағы күтәрҙе, нимәлер мығырланы ла сығып китте.
Админ. Юзерға килдем – был иҫәр ултыр­ғысында әйләнеп ултырған икән, шунлыҡтан шнур күсәргә уралған. Үҙ алдыма һүгенә-һүгенә шнурҙы тағаттым, компты аяғым менән өҫтәл аҫтынараҡ төртөп индерҙем. Тоҡандырғас, сығып киттем.
***
Хәҙерге заман этикеты буйынса, һул ҡулға – сәнске, уңына сысҡан (мышка) тоталар.
***
Беҙҙең быуын васыятнамәлә социаль селтәрҙән логиндар һәм паролдәр ҡалдырасаҡ.
***
«Класташтар»ҙа ултырғанда шуны онотма: кәстрүл картуфты бешереүҙән туҡтағас та уны ҡура башлай.
***
Клиент – администраторға:
– Миндә төндә интернет булмаҫлыҡ итеп эшләп буламы?
– Йоҡоң киләме ни?
– Эйе.
***
– Алло, МЧС?
– Эйе.
– Миңә бынан сығырға ярҙам итегеҙ әле.
– Ә һин ҡайҙа?
– Бәйләнештә.
***
Әгәр тамуҡта лимитһыҙ интернет булһа, күптәр хатта үҙҙәренең үлгәнен һиҙмәйәсәк.
***
Уҡытыусы-садист тотолған. Ул үҙ уҡыусыларына «икеле»ләрҙе мәктәп журналына ғына түгел, хатта «Класташтар»ҙағы фотолар аҫтына ла ҡуйған.

Фото: zampolit-ru.livejournal.com

Автор:"ҺӘНӘК" журналы
Читайте нас: