БЕРЕҺЕ ЛӘ КИЛМӘНЕ
Медицина университетында лекциянан һуң бер студент иренеп кенә таҡта һөртә.
– Ата ялҡауҙар, һеҙгә ғүмерҙе нисек ышанып тапшырмаҡ кәрәк? – ти профессор, ауыр һулап.
– Ниңә улай тиһегеҙ әле, күптәр тырышып уҡый, – тип ҡаршы төшә студент.
– Бер кем дә уҡымай, теләйһеңме иҫбат итәм?
Профессор үҙе яҙған дәреслекте ала ла студентҡа тоттора. Ә дәреслек ҡалын, баш һүҙе генә лә туҡһан бит.
– 465-се битте ас, – тип бойора ул. Студент һүҙһеҙ генә кәрәкле битте таба. – Күрәһеңме, икенсе абзацтан һуң төшөрмә ҡуйылған. Шуны ҡысҡырып уҡы.
Студент уҡый: “Был дәреслекте ошо ергә тиклем уҡыған кешене кафедраға килеп профессорҙан 1 мең һум аҡса алырға саҡырам”.
Профессор йәнә көрһөнә:
– Дәреслектең сыҡҡанына ун биш йыл, ошо ваҡыт эсендә бер генә студент та кафедраға килмәне.
АШАТТЫҢМЫ?
Студент йылдарында ятаҡта минең аквариумым бар ине. Бик файҙалы әйбер – ҡыҙҙар балыҡтарҙы ҡарарға, ашатырға теләп ризалаша ине. Һөҙөмтәлә мин өйләндем, ләкин һүҙ ул хаҡта түгел.
Ял көндәрендә ҡатыным менән ауылға ҡайтып киттек. Ике көн булмаясаҡбыҙ. Күрше бүлмәлә йәшәүсе курсташыма (әйткәндәй, иң яҡын дуҫыма) эш ҡуштым.
– Әкрәм, балыҡтарҙы ашатырға онотма, улар бәләкәй, асығырҙар.
Һуңынан башыма уй төштө: “Онотасаҡ, мотлаҡ онотасаҡ!” Башҡа күршеләргә индем: “Егеттәр, Әкрәмдең хәтеренә төшөрөрһөгөҙ әле, балыҡтарҙы ашатырға онотмаһын”. Тағы ла уйлайым: “Быларға ла ышанып булмай!” Түбәнге ҡаттағы ҡыҙҙарға төштөм: “Һылыуҡайҙарым, балыҡтар ас тормаһын, Әкрәмгә әйтерһегеҙ әле”.
Йәкшәмбе кис ятаҡҡа әйләнеп килдек. Ишекте асыу менән:
– Әкрәм, балыҡтарҙы ашаттыңмы? – тип һораным.
Теге йөҙөн боҙҙо.
– “Әкрәм, балыҡтарҙы ашаттыңмы?” – тип өс тапҡыр һоранылар инде, – тине ул, иларҙай булып. – “Әкрәм, бөгөн һин берәй нәмә ашаныңмы?” – тип һорарға береһенең дә башы етмәне.
Р. ЙОМАҒУЖИН.