Йәнәһе, шундай-шундай ҡағыҙҙарҙы йыйып алып барып тапшырһаң, ай һайын күпмелер күләмдә компенсация түләнә икән. Бәй, мин әйтәм, был бит бик шәп! Шатлыҡтан хатта ауыҙ йырылып китте. Ниһайәт, хөкүмәт аҙ тәьмин ителгәндәрҙе лә иҫкә төшөрҙө булһа кәрәк. Ошондай күңелле хәбәрҙәр күберәк булһа, тормош көтөүе күпкә еңеләйер ине.
Таныштар менән аралашҡанда түләүҙәр тураһында һүҙ ҡуйыртабыҙ. Кемдер әйтә: тоттороп ҡуйырҙар, көт, тиндәр генә компенсация иҫәбенә күсә икән. Ваҡытыңды әрәм итеп буштың артынан ҡыума, тигән кешеләр ҙә булды. Социаль түләүҙәр артынан бармаһаң, квартплата айҙан-айға артасаҡ, тип ҡурҡытыусылар ҙа табылды. Фатир хаҡынан былай ҙа ҡурҡып йөрөгән миңә етә ҡалды. Нисек тә юллап алыу хыялы менән йәшәй башланым. Бер-ике рәт хатта төшкә инде, услап аҡса бирҙеләр, йәнәһе.
ЖКХ-ға барып инһәм, ете-һигеҙ кеше сиратта тора. Сәғәт киске биштәр тирәһе. Сират алып, әҙерәк баҫып торҙом да, ҡул һелтәп, сығып киттем. Эш ваҡыты бөтөүгә сиратым әллә етә, әллә юҡ. Шунан һуң ике ай самаһы ваҡыт үтеп китте. Шул АСВ тигәндәре күңелде ҡырып тик тора. Сыҙамай, тағы барҙым. Сиратым еткәс, дөкәменттәремде күрһәткәйнем, тегенең етмәй, бының юҡ, фәлән дә төгән, тип кире бороп сығарҙылар. Ваҡыт уҙа торҙо, мин кәрәкле ҡағыҙҙарҙы теүәлләп алғас, ике аҙнанан тағы шунда юлландым. Барып инһәм, ишек төбөнән үк сират, ҡул ғына һелтәнем дә сығып киттем.
Әҙерәк онотолғансы йөрөнөм дә, өсөнсө мәртәбә барһам, танау төбөндә генә эш ваҡыты бөткәнлектән, ишекте бикләп ҡайтып киттеләр.
Дүртенсе мәртәбә барырға байтаҡ ҡурҡып йөрөнөм. Үҙемсә уңайлыраҡ көндө һайланым да, дүшәмбе көн булды шикелле, белгән доғаларымды уҡый-уҡый, киттем ЖКХ-ға. Шулай ҙа дүртенсе барғанда эшемде эш итеп ҡайттым бит, әй. Әллә нисә дөкәменттең күсермәһен алып ҡалдылар ҙа бер бәләкәй генә ҡағыҙ киҫәге тотторҙолар. Унда, минең дөкәменттәр шул көндө, шул йылды ҡабул ителде, тип яҙылғайны.
Шулай итеп, хәҙер компенсация көтәм. Уныһы күпмерәк булыр, бер кем белмәй. Шул хәтле ыҙалап йөрөгәнгә күрә, арыуыраҡ булһа ярар ине. Эшләп кем байыған. Эшләмәй генә шул компенсация тигәндәрен ашап ятырға ине иҫәп.
Интегеп йөрөүселәрҙең береһе –
Л. РАЯНОВА.
Фото: radiosputnik.ria.ru