-2 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Шулай ҙа була!
14 Июль 2022, 12:00

Шкаф

Наил менән уларҙа сәй эсеп ултырабыҙ. Әсәһе ҡайтты.– Егеттәр, – ти, – минең һеҙгә ҙур үтенесем бар. Яңы шкаф һатып алдым, ике сәғәттән килтерәсәктәр. Иҫкеһен урамға сығарып ташларға кәрәк ине.

Шкаф
Шкаф

Шкафҡа тотондоҡ. Урынынан да ҡуҙғатырлыҡ түгел, имәндән яһалған. Ауырлығы ике центнер самаһы барҙыр. Маташа торғас, тегене бер сәғәт тигәндә көс-хәл менән йоҡо бүлмә­һенән баҫҡыс майҙансығына сығар­ҙыҡ. Артабан уны алтынсы ҡаттан тө­шөрөргә кәрәк, сөнки лифтҡа һыймай.
Башта тәнәфес яһап алырға булдыҡ. Аш-һыу бүлмәһендә тағы ла сәй эсергә ултырҙыҡ.
Бер аҙ ял иткәс, Наил урынынан тор­ҙо ла эре аҙымдар менән шкаф тороп ҡалған баҫҡыс майҙансығына йүнәлде. Мин сәйемде эсеп бөтмә­гәйнем әле. Күп тә үтмәй ул кире йүгереп инде. Үҙенең ауыҙы йырылған:
– Ләбиб, ышанаһыңмы-юҡмы, беҙ сәй эскән арала шкафты сәлдер­гәндәр!

И. ӘҒЛӘМОВ.

Автор:"ҺӘНӘК" журналы
Читайте нас: