Тәүҙәрәк хатта вазифаһынан тартынған, сөнки барыһы ла уның нисек батша булып китеүен белгән. Ваҡыт үткән, был тарих менән таныш булған ҡоштар үлеп бөткән, ә йәшерәктәре бер нәмә лә белмәгән. Бөркөткә хакимлыҡ итеү торған һайын нығыраҡ оҡшаған. Ҡарғалар уны маҡтап туймаған. Бының өсөн бөркөт уларҙы ситләтмәгән. Һандуғас та ҡалышмаған. Бөркөт уны тыңлаған һайын: “Мин ысынлап та шулай аҡыллымынмы икән ни?” – тигән уйға ҡалған.
Байлыҡҡа һәм данға күмелгән бөркөт бер нәмәгә лә борсолмаған. Ниңә хафаланырға ти: ере күп, мал-мөлкәттең иҫәбе-һаны юҡ, ҡарғалар аҙыҡ-түлектән өҙмәй.
Алыҫ илдәрҙәге бөркөттәр ҙә был хаҡта ишеткән, табыш эҙләп килгән. Бөркөт береһен дә ситкә ҡаҡмаған. Бының өсөн уны төрлө орден-миҙалдар менән бүләкләгәндәр, исемдәр биргәндәр. “Һин далалағы иң аҡыллы бөркөт!” – тип маҡтағандар.
Ваҡ ҡоштарҙың тормошо насарланғандан-насарланған. Ризаһыҙлыҡ белдергәндәрен ҡарғалар суҡыған. Судҡа мөрәжәғәт итеү ҙә файҙа бирмәгән, һатып алынған судьялар хөкөм иткән.
Бөркөт менән юха ҡарғалар һәм һандуғастар ғына йәшәй алған, ә аҡыллы өкөләр сит илдәргә китергә, туғайҙағы әрәмәлектәргә боҫорға мәжбүр булған. Юҡһа, уларҙы ҡарғалар суҡып үлтергән. Һуңынан “Аҡылдарынан яҙып үлделәр” тип иғлан иткәндәр. Ә ябай ҡоштар далалағы хәлдәрҙе үҙ-ара һөйләүҙән уҙмаған.
Алыҫ илдәрҙән килгән ҡоштар европаса йәшәргә өйрәткән. Дала бөркөтө диңгеҙ аръяғындағыса көн итергә бик теләгән, үҙҙәренә яраһа-ярамаһа ла Көнбайыш йәшәү рәүешен индергән. Йыш ҡына ул: “Яҡты киләсәк өсөн бар көсөмдө һалам, мине аңламайҙар”, – тип мыжыған. Халыҡ-ара форумдарҙа юғары трибуналарҙан: “Беҙҙең илдә бөтә ҡоштар ҙа һәйбәт йәшәй, бәхетлеләр”, – тип шапырынған. Ярандары – ҡарғалар уға береһенән-береһе бейегерәк һәйкәл ҡуйған, һандуғастар береһенән-береһе моңлораҡ йырҙар сығарған. Бөтә донъя уның портреттары менән тулған.
Бөркөт ҡартайып, күрмәй башлағас, ҡоштар йыйылышып яңы батша һайлаған. Ул ығы-зығыһыҙ үтмәгән. Ҡартына ныҡ ҡына эләккән. Ярай әле, ваҡытында сит илгә ҡасып ҡотолған. Әле далала башҡа бөркөт хакимлыҡ ҡыла.
Беҙгә бөркөттөң һауала ғына бөркөт булып ҡалыуын, әгәр осона башлаһа, ваҡытында ергә төшөрөргә кәрәклеген онотмаҫҡа ғына ҡала.
Урал ЮЛДАШЕВ.
Фото: printonic.ru