-3 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Шулай ҙа була!
15 Июль 2022, 17:20

Наилә ҡайҙа?

Хеҙмәттәшем эшкә йәнә күҙен кү­гәртеп килде.– Тағы ла барға барҙыңмы? (Ай ярым элек унан фонарь алып ҡайтҡайны).

Наилә ҡайҙа?
Наилә ҡайҙа?

– Юҡ, өйҙә эләктерҙем.
– Һин яңғыҙ йәшәйһең дә баһа?
– Кисә мин иртәрәк йоҡларға яттым. Йоҡлап киттем генә ти­гәндә, ҡыңғырау зыңларға тотондо. Асмайым, тип уйлайым, торғом килмәй, етмәһә, берәүҙе лә көтмәйем. Ә ҡыңғырау туҡтарға уйламай ҙа... Психланып һикереп торҙом да ишеккә йүгерҙем: йә­нәһе, кем йөрөй икән? Ишекте асып ебәреүем булды, күҙемә тондорҙолар! Башымды тотоп стенаға һөйәлдем. Бер егет ишараты ҡысҡыра:
– Наилә ҡайҙа?
– Ниндәй Наилә?
– Мин һинән Наилә ҡайҙа тип һорайым!
Күп тә үтмәй тағы береһе кү­ренде:
– Был нисәнсе фатир?
– Егерме алтынсы.
– Ғәфү ит, туған, бутағанбыҙ.
Икеһе лә китте. Көҙгөнән ҡара­һам – фонарь! Иң ҡыҙығы шунда: күрше-тирәлә Наилә исемле ҡыҙ юҡ. Тағы нисә фатирҙың ишеген астырҙылар икән?

В. ҠОРМАНАЕВ.

Фото: 29palms.ru

Автор: "ҺӘНӘК" журналы
Читайте нас