– Бындай тормош өсөн илле йыл бик күп. Миңә егермеһе лә еткән.
Шулай булған да.
Алла этте яралтҡан да, уға былай тигән:
– Һин кешенең дуҫы буласаҡһың, уның йорт-ҡураһын һаҡлаясаҡһың, ҡалдыҡ-боҫтоҡ ашаясаҡһың. Егерме биш йыл йәшәрһең.
– Мин бындай тормошҡа түҙә алмаясаҡмын. Миңә уны ла еткән.
Шулай булған да.
Алла маймылды яралтҡан да, уға былай тигән:
– Һин – маймыл. Ғүмерең буйы ботаҡтан ботаҡҡа һикерәсәкһең. Кешеләрҙе үҙеңдең иҫәрҙәрсә ҡыланыштарың менән көлдөрәсәкһең. Егерме йыл йәшәрһең.
– Егерме йыл буйы кәмит күрһәткем килмәй. Миңә уны ла еткән.
Шулай булған да.
Ниһайәт, Алла кешене яралтҡан да, уға былай тигән:
– Һин кеше – планеталағы берҙән-бер аңлы зат. Үҙ интеллектыңды файҙаланып, донъяны танып беләсәкһең, Ғаләмгә баш була алаһың. Егерме йыл йәшәрһең.
– Егерме йыл бигерәк әҙ бит. Миңә ишәк баш тартҡан утыҙ йылды, тағы ла эткә кәрәкмәгән ун биш йылды, маймылдан артып ҡалған ун йылды бир.
Шулай булған да.
Шулай итеп, Алла егерме йыл кешесә йәшәгән, һуңынан өйләнгән һәм утыҙ йыл буйы ғаиләһе өсөн ишәк урынына эшләгән, сираттағы ун биш йылын йортон һәм балаларын һаҡлап эт кеүек йәшәгән, уларҙан артып ҡалған ҡалдыҡ-боҫтоҡ менән туҡланған кешене яралтҡан. Ҡалған йылдарын ул ейән-ейәнсәрҙәренең күңелен күреп, маймылланып үткәрә.
Шулай буласаҡ та.
М. ЙӘНҒӘЛИН.
Фото: Яндекс Дзен