Үҙенең джибында. Вәғәҙә – иман. Бүләктәр, күстәнәс һәм, әлбиттә, йәшниге менән коньяк алдылар. Иң яҡшыһын.
Ауылда уларҙы дүрт күҙ менән көтәләр ине. Тәкә һуйып. Табын төн ауышҡансы дауам итте. Коньяк бөткәс, ҡайны кейәүе һәм ағай-энеләре алдында оятҡа ҡалмаҫ өсөн, көмөшкәһен сығарҙы. Уныһы ла оҙаҡҡа барманы. Ә ҡунаҡтар таралышырға уйламай ҙа. Бер ни эшләр әмәл юҡ, күршеләге ҡасабаға барырға кәрәк. Ундағы магазин тәүлек әйләнәһенә эшләй. Тик ЮХХДИ посы аша үтергә кәрәк.
Арыу ғына төшөрөп алған Арсен джипҡа ултырҙы. Янынан ҡайныһы урын алды. Ул да ҡыҙмаса.
– Борсолма, кейәү, унда көндөҙ ҙә менттар булмай, төндә ни эшләп ултырһындар? – тип тынысландырҙы Арсенды.
Посҡа имен-аман барып еттеләр. Уны үтеү менән, әллә ҡайҙан гаишник пәйҙә булды. Ҡыуаҡтар араһында боҫоп торған, ахыры.
– Туҡтама, беҙҙе ҡыуырға уның барыбер транспорты юҡ, – тине ҡайныһы.
Туҡтаманылар, елдереп үттеләр ҙә киттеләр. Бер заман әйләнеп ҡараһалар, арттарынан гаишник эйәргән, өс тәгәрмәсле мотоциклда килә.
– Ярты саҡрымдан һулға борол, унда ауылға юл бар, – тине ҡайныһы. – Мин бындағы бөтә юлдарҙы ла беләм. Шунан балыҡҡа йөрөйөм.
Сәғәтенә 100 километр менән ҡыуғас, мотоцикл артта ҡалды.
– Әҙерлән, хәҙер боролош, – тип дәртләндерҙе кейәүен ҡайныһы.
Арсен тиҙлеген дә кәметмәй, ҡырҡа боролдо ла ике ҡайын араһына ҡыҫылып туҡтаны. Ишекте лә асып булмай хатта. Ярай әле, үҙҙәренә бер ни ҙә булманы, ә машинаһын ҡарарлыҡ та түгел.
Гаишник та оҙаҡ көттөрмәне. Уның үҙ ҡайғыһы: мотоцикл менән джипты ҡыуып тотоуын һөйләһә, берәү ҙә ышанмаясаҡ. Кейәүҙең кәйефе юҡ: магазинға барып етә алманылар, ҡунаҡтар мәй көтә; джип ватыҡ; хәҙер милиция юлын тапарға ла тапарға, нисә көнгә һуҙылыр?
– Үҙең ошонан ғүмер буйы балыҡҡа йөрөнөм тиһең, – тине Арсен, ҡайныһына үпкәләп.
– Эйе, йөрөнөм, тик... велосипедта. Юлдың ағастар араһынан үткәне иҫтән сыҡҡан... Шайтан алғыры...
И. ФӘРӘХЕТДИНОВ.