– Ғәмәлдәге ҡануниәт нотариатта раҫланған күсермәне тыямы ни?
– Һеҙ ниңә үҙегеҙҙе әллә кем урынына ҡуяһығыҙ? Аңлашылмаған ниндәйҙер һүҙҙәр әйттегеҙ, мин былай ғына һорағайным.
Ҡуҙғалып киткәс, бик оҙаҡ көлөштөк.
Ултыртмаҫ инем
Аҙна уртаһы. Офиста түрәнең шоферы компта ҡыуышлы уйнап ултыра. Түрә кабинетынан сығып тегенең уйнағанын ҡарап тора:
– Машинаны былай йөрөтһәң, мин һиңә ултырмаҫ инем...
– Бындай “Порше” булһа, мин дә һине ултыртмаҫ инем...
Онотолоп киткәнмен
Машинаға бензин ҡойғас, тамаҡ ялғап алмаҡсы булдым. Сиратта ике кеше: гаишник һәм йәш кенә егет. Гаишник кофе, ҡалған аҡсаһын алды. Шунан боролоп артында торған егеттең ҡулындағы биш йөҙлөктө эләктерҙе лә өҫтәлгә йүнәлде. Бер нәмә лә аңламаған егет күҙҙәрен таҫрайтты.
– Ни өсөн? Мин бер ниндәй ҙә ҡағиҙә боҙманым! – тине ул, асыуланып.
Юғалып ҡалған гаишник:
– Ғәфү ит, онотолоп киткәнмен, – тине лә аҡсаны кире ҡайтарҙы.
Эшләй белмәйҙәр
Ике әхирәт һөйләшә.
– Машина кәрәк ине, ҡайһыһын алырға ла белмәйем: үҙебеҙҙекенме әллә сит илдекенме?
– Үҙебеҙҙекенә яҡын да барма!
– Ниңә?
– Мин ярты йыл элек “туҡһан туғыҙынсы”ны алғайным, бер аҙна ла йөрөмәнем, ниндәйҙер “Ауди”ҙы эләктерҙем. Ай буйы ремонтланым, теге машина өсөн дә түләргә тура килде. Өс аҙнанан бағанаға бәрелдем, машина селпәрәмә килде, ярай әле үҙем иҫән ҡалдым. Ә хәҙер миндә “Опель”, өс ай йөрөйөм инде – бер нәмә лә булғаны юҡ. Тфү-тфү! Иң яҡшыһы – шунда уҡ иномарка алыу!
– Эйе, һин хаҡлы, беҙҙекеләр машина эшләй белмәй...
Р. БАҘЫҠШИН.