-2 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Шулай ҙа була!
20 Июль 2022, 12:00

Хаҡ һәм нахаҡ

Лира ЯҠШЫБАЕВА Нахаҡҡа хөкөм ителеп, ике йыл төрмәлә ултырып сыҡҡан Сәлимә төрлө ойошмаларға йө­рөп, һөнәре буйынса эш эҙләне. Иғландар гәзитендә «Комбинат­ҡа тегеүселәр кәрәк» тигән белдереүҙе күреп ҡалды ла шатлана-шатлана йәһәтләп шунда ашыҡты.

Хаҡ һәм нахаҡ
Хаҡ һәм нахаҡ

Кадрҙар бүлеге начальнигы ҡатындың документтарына, арзанлы кейеменә, йонсоу ҡара­ған күҙҙәренә, хәсрәт эҙ һалған йыйырсыҡлы йөҙөнә күҙ һалғас:
– Беҙ бывший тюремщик­тарҙы эшкә алмайбыҙ, – тине. Башҡаса һөйләшергә лә телә­мәйенсә, инеүсегә арты менән боролоп ултырҙы.
– Мине бит нахаҡҡа ултырттылар, ағай. Валлаһи, тим, бер тамсы ла ғәйебем юҡ, – тине эш эҙләп хәл­дән тайған зари ҡатын. – һеҙҙә бит эш бар. Иғлан биргәнһегеҙ.
– Ғәйепһеҙ кешене хөкөм итмәйҙәр. Һинең ялғаныңа кем ышанһын. Әллә судъялар төптө алйотмо бер ҙә юҡтан кешене рәшәткә артына ултыртырға.
– Ысын әйтәм, буштан-бушҡа ултырттылар. Үҙем дә аптыраным. Өйөн йы­йы­ш­тырған ул әбейҙең энә­һе­нә лә теймәнем. Әл­лә нин­дәй ят кешеләр килеп йө­рөнө, аҡсаһын бәлки шулар урлағандыр, ә го­наһ­­һыҙ кешегә япһарҙылар.
– Аҡланма! Ғәйепһеҙ кешене хөкөм итмәйҙәр.
– Ысын әйтәм, түрә, мине на­хаҡ­ҡа хөкөм иттеләр.
– Әҙәм ышанмаҫ хәбәрҙе ысын булһа ла һөйләмә.
Кеҫәһендә бер булка ик­мәк алырлыҡ та аҡсаһы бул­маған, эшкә урынлаша алмауҙан үҙ-үҙенә ҡул һа­лыр сиккә еткән ҡатын­дың сабырлығы бөттө. Үҙенең ғәйепһеҙ икәнен иҫбат­ларға бер ниндәй башҡа әмәле ҡалмағанлыҡтан, сараһыҙҙың кө­нө­нән Сәлимә һуңғы сиккә етте:
– Улайһа, ағай кеше, юҡҡа ғы­на, бер ғәйепһеҙ көйө лә хөкөм ителеп булыуҙы күрһәтәйемме?
– Күрһәтеп ҡара.
– Хәҙер.
Ҡатын өҫтөндәге күлдәктәрен йыртҡылап ташланы ла яр һа­лып ҡысҡыра башланы:
– Разбой! Разбой! Бынау ир миңә йәбеште. Өҫтәмдәге күлдә­гемде йыртып бөттө. Ярҙам ите­геҙ! Ҡотҡарығыҙ!
Шул саҡ контора алдында һаҡ­та торған милиционер кабинетҡа йүгереп килеп инде лә контора хеҙмәткәрен яурынынан шаҡара тотоп алды, шул минутта ҡулына бығау кейҙерҙе. Ул арала шау-шыуға халыҡ йыйылып китте. Улар үҙҙәрен енәйәткә шаһит итеп күрһәтеүгә ҡаршы килмәне. Милиционер шылтыратып, комбинат янына машина саҡыртты ла, сарбайланып, үҙенекен иҫ­бат­ларға тырышҡан ғәйепһеҙ ирҙе ултыртып алып та китте. Кадрҙар бүлеге начальнигы:
– Мин ғәйепһеҙ! Нахаҡ бәлә яҡтылар! Мин ғәйепһеҙ! – тип һөрәнләп тә ҡараны. Тик уның һү­ҙе­нә ҡолаҡ һалыусы булманы. Йыйылған кешеләр:
– Ғәйебең булмаһа, буштан-бушҡа бынау ҡатындың күлдәге йыртылып бөтмәҫ, ярҙам һорап һөрән һалмаҫ ине, – тине, бары­һы уны йәлләне. Үсле ҡатындың алдашыуын берәү ҙә һиҙмәне.
Шулай итеп, Сәлимәнең нахаҡ бәлә яғыуы арҡаһында ир кеше төрмәгә барып эләкте. Әлбиттә, ошонан һуң түрә ишараты ҡайһы саҡ ғәйепһеҙ кешеләрҙең дә йә яңылыштан, йә яла яғыу арҡа­һында төрмәгә барып эләгергә мөм­кин икәнлеге тураһында һабаҡ алды. Әммә бынан уға ни файҙа? Төрмәлә ултырып сыҡ­ҡас, енәйәтсе тип, элекке йылы урынға эшкә алмаҫтарын белә ине инде ул.
Тора-бара бинахаҡҡа хөкөм ителгән ир Сәлимәгә йәл булып китте. Выждан ғазабына түҙер хәле ҡалмаған намыҫсан ҡатын тотто ла бер көндө төрмә хеҙ­мәт­кәрҙәренә барып, дөп-дөрө­ҫөн һөйләп бирҙе.
– Судта ялған күрһәтмә бир­ҙем, ғәфү итегеҙ, – тине.
Сәлимәгә берәү ҙә ышанманы.
Енәйәтсене яҡлашып йөрөйһөң тип, статья сәпәп, үҙен саҡ ҡабат­тан ултыртып ҡуйманылар.
Хаҡ менән нахаҡ… Улар ана шулай гел йәнәш йөрөй. Шуға күрә лә хаҡ мосолмандар Аллаһҡ­а ялбарып, беҙҙе хаҡ һәм нахаҡ бәләләрҙән аралауын үтенә бит.

Фото: ebook.bashnl.ru

Автор:"ҺӘНӘК" журналы
Читайте нас: