Бынау эҫелә кем булһын, урам һепереүсе генә күренә.
- Ишеттеңме әле, - тим, беҙҙә айлыҡ эш хаҡы 57 мең һумға еткән икән! Улай ғына ла түгел, 836 һумы ла бар!
Оҙон ҡайсы менән ҡыуаҡлыҡтарҙың осон киҫеп йөрөгән урам һепереүсе миңә аҡайып ҡарап ҡуйҙы.
- Юҡты һөйләмә, ошо айҙа 17 мең һум ғына алдым көн-төн эшләп, ә минең өҫтә дүрт ошондай күп ҡатлы йорт. Һинең дә шул самалыр инде.
- Нишләп шулай ғына булһын, урам һеперәмме ни! - Мин ҡыҙып киттем. - Балаларҙы шахмат, шашка, теннис, футбол уйнарға өйрәтәм, өс урында эшләйем -20 мең алам!
- Бигерәк күп икән! - Урам һепереүсе мыҫҡыллы йылмайып ҡуйҙы. - Егермегә ун етене ҡушып, икегә бүлеп ҡара әле -57 мең һум сығамы икән?
- Башҡорттоҡо өстән, - тим бирешмәҫкә тырышып, - тағы берәй кешенән һорап ҡарайыҡ.
Уңарсы булмай, күп ҡатлы йортобоҙ алдына текә генә машина килеп туҡтаны. Урам һепереүсе уның менән ике ҡуллап күреште. Бала саҡта бер мәктәптә уҡығандар икән.
- Машинаң елле, - тип һоҡланды урам һепереүсе. - Бик ҡыйбат тора бит, бындайҙы алыр өсөн айына миллион алырға кәрәктер ул, ә?
- Какуй миллион? - Текә машина хужаһы ҡулын ғына һелтәп ҡуйҙы. - Мәскәүҙәр килде лә аҡсаны ҡыҫты, үҙҙәренән артмай. Элек айына 200 мең ала инем, хәҙер 135 мең генә. Уйлап ҡара, шул аҡсаға нисек йәшәргә мөмкин!
Урам һепереүсе менән икәүҙән икәү ҡалғас, еңеүсе ҡиәфәтендә күҙҙәренә ҡарайым:
- Йә, өсөбөҙҙөң эш хаҡын ҡуш та, өскә бүл, нисә килеп сыға? Теүәл 57 була. Статистика ла, беҙҙең етәкселәр ҙә бер ҙә алдашмай!
Фото: b17.ru