-1 °С
Ясна
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Шулай ҙа була!
20 Июль 2022, 11:00

Вәт замана!

Ике ҡыҙ кафела ултыра. Икеһе лә гарнир ғына алғандар. Аҡса йәлләйҙәрме? Ай-һай, эш аҡсала ғына микән?

Вәт замана!
Вәт замана!

Бәлки, улар фигураларын һаҡлайҙыр. Хәҙер бит, моделдәргә оҡшарға тырышып, бөтөнләй ашауҙан яҙған ҡыҙҙар ҙа бар.
Аристократка кеүек ашайҙар былар. Хәрәкәттәрендә ниндәй­ҙер яһалмалылыҡ бар. Сәнске осона макарон киҫәге эләктереп алалар ҙа, әкрен генә, тауышһыҙ ғына сәйнәй башлайҙар.
– Ә һин беләһеңме, – тине бе­реһе иптәшенә. – Марат миңә тәҡдим яһаны.
– Кит бынан! Нимә тинең һуң?
– Мин һине яратам, ти. Төн­дә­рен һине уйлап йоҡлай алмайым, ти.
– Ә һин?
– Һин дә миңә оҡшайһың, тинем. Тик был мөхәббәт микән, белмәйем, тинем.
– Ә ул?
– Аппетит ашағанда килә, – ти.
– Нимә уйлайһың һуң?
– Былай һәйбәт кеше лә ул, тик эш хаҡы ун дүрт мең генә. Хәҙерге заманда ул аҡсаға йә­шәп буламы ни? Уға сыҡһаң, фатир – ҡырҡ йәштә, үҙ машинаң – иллене үткәс кенә буласаҡ. Балаларым да бәхетһеҙ буласаҡ. Минеңсә, ул – перспективаһыҙ кеше.
– Ә ул?
– Юҡҡа ризалашмайһың, ти. Минең ғорурланыр нәмәм бар, ти.
– Марат шулай тиме?
– Эйе. Ғорурланыр нәмәм бар, ти.
– Хәстрүш! Буш ҡыуыҡ! Мин уны беләм бит. Миңә лә тәҡдим яһағайны. Ғорурланырлыҡ бер нәмәһе лә юҡ уның. Берәү булһа, ҡыҙарыр ине. Ә ул, ғорурланам тиме? Бөрсә!
Быны ишеткәс, ҡыҙ иптәшенә бик мәғәнәле итеп ҡарап ҡуйҙы.
«Вәт замана, вәт йәштәр», – тип уйланым мин.

Юныс ЗӨБӘЙЕРОВ.

Автор:"ҺӘНӘК" журналы
Читайте нас: