-7 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Шулай ҙа була!
22 Июль 2022, 11:00

Ә беҙҙә?..

Канадала, әгәр ҡаҙ, бәпкә­ләрен эйәртеп, юл арҡыры сығып бара икән, иң “текә” машина шоферҙары ла туҡтап сабыр итеп тора, ти.Ә беҙҙә?.. ***

Ә беҙҙә?..
Ә беҙҙә?..

Инглиз ғалимдары, бик күп тикшеренеүҙәрҙән һуң, Грен­ландиялағы эскимостарҙың телен “иң әҙәпле тел” тип тапҡандар. Был телдә һүгенеү генә түгел, кешене рәнйетер­лек һүҙҙәр ҙә юҡ икән.
Ә беҙҙә?..
***
Дублинда йәшәүсе Уильям Юстейс универсамдан 25 фунтлыҡ аҙыҡ-түлек урлай. Әммә, ғәйебен танып, поли­цияға килә. Уның алты бала атаһы икәнлеген, күп йылдар эшһеҙлеге арҡаһында тыйнаҡ ҡына пособиеға йәшәгәнлеген Ирландия фемидаһы иҫкә ала. Хөкөм ҡарары бындай: Юстейс, универсамға барып, элек урлағандан ике мәртәбә күберәк тауар алырға тейешле, ә түләргә ҡала тәьминәт идараһы мәжбүр ителә.
Ә беҙҙә?..
***
Лондон университеты эксперттары иҫбатлауынса, кеше үҙе лә һиҙмәҫтән көнөнә 200 тапҡыр алдай. Алдау күберәк “Нисек йәшәйһең?” тигән һорауға “Яҡшы” йәки “Насар” тип яуаплағанда була икән. Тимәк, унда “Насар йәшәйем” тип алдаусылар ҙа байтаҡ.
Ә беҙҙә?..

Хөкөмбай ХИКМӘТОВ.

Автор: "ҺӘНӘК" журналы
Читайте нас