– Ни булды? Әллә Әнисәң (ҡатыны) менән асыуланыштыңмы?
– Барыһы ла тәртиптә. Тик бына уларҙың дачаһы менән аңлашылмаусанлыҡ килеп сыҡты.
– Ни булды һуң?
– Уның өләсәһе ярты баҡсаһында сәскә үҫтерә. Әнисә ярҙам итеүемде үтенде – сәскәләр өсөн ниндәйҙер ашлама табырға ҡушты. Мин вәғәҙә бирҙем.
– Ярҙам иттеңме һуң?
– Иттем. Танышыма шылтыраттым, уның атаһы фермер. Ашлама менән ярҙам итә алаһыңмы, тип һораным. Ул, күпме кәрәк, тип белеште. Мин, ярты баҡсаға етерлек, тинем, йәғни биш сутыйлыҡ. Ул адресты һораны, бер шешә араҡы әҙерләргә ҡушты, иртәгә килтерәм!
– Килтерҙеме һуң?
– Бөтә бәлә лә шунда шул: килтергән. Ҡапҡаны ҡаҡҡан – бер кем дә асмаған. Миңә шылтырата. Ҡойма артына, берәй мөйөшкә ташларға ҡуштым. Ике сәғәттән һуң Әнисә шылтырата. Асыуы алҡымына тығылған. Кемдер ҡойма аша беҙгә әллә күпме тиреҫ түгеп киткән, ти. Еҫенә ун саҡрымдағы бөтә себендәр йыйылған. Түҙеп торғоһоҙ һаҫыҡ! Эт ояһы тиреҫ аҫтында ҡалған. Өләсәйҙең ҡан баҫымы күтәрелгән.
– Нимә эшләргә йыйынаһың инде?
– Әйтмәйәсәкмен. Берәйһен яллап, түктерергә тура килер, ахыры. Тағы ла: хәҙер кем кемгә ярты тейеш инде?!
Дуҫым ауыр һуланы ла машинаһының ишеген асты.
P.S. Бер нисә көндән һуң шул билдәле булды: алдын-артын уйлап эш итеүсе өләсәй ҡан баҫымы төшкәс, тачкалап тиреҫ һатҡан. Ярты көндә 2 мең тәңкә эшләгән. Тиреҫтең яртыһы ҡалған әле. Дуҫым эштең нисек килеп сыҡҡанын барыбер һөйләмәгән. Өләсәй иһә тағы ла ниндәйҙер мөғжизә көтә икән.
Ғ. ИСЛАМЕТДИНОВ.