Сөнки Һеҙ килергә тейеш икәнде белгәс, беҙҙә бик күп эштәр яман хәтәр тиҙлектә башҡарылып бөттө. Килерегеҙҙе өс көн алдан ғына белһәк тә, ай-һай күп нәмәләргә өлгөрҙөк. Әгәр алдараҡ та әйткән булһағыҙ, районды яңынан төҙөп тә ҡуйырҙар ине әле.
Хәтерләйһегеҙме, ике тапҡыр аҡсаһы ашалып бөтөлөп, ун йыл төҙөлә алмаған күперҙе? Шуны таң атҡансы һуҙҙылар бит. Ышанмайһығыҙмы? Ант итәбеҙ – ыссын! Ен көтөүе төҙөнөмө уны, әллә район башлығыбыҙ сихыр беләме, уныһы беҙгә ҡараңғы, әммә һеҙ ул күперҙән үҙ аяҡтарығыҙ менән үттегеҙ. Ошо күпер өсөн ергә саҡлы башыбыҙҙы эйәбеҙ. Рәхмәт Һеҙгә.
Ауыл урамдарында ут юҡ, төндәрен дөм ҡараңғы тип күпме зарландыҡ, ишетеүсе булманы. Ә әле, һеҙ килер булғас, тәүлек эсендә урамдарға Ильич лампалары һуҙылды, һуҙылды ғына түгел, көн менән төнөбөҙ буталырлыҡ яҡтылыҡ килде. Әтәстәребеҙ таңдың ҡасан атҡанын, тауыҡтарыбыҙ ҡояштың ҡасан батҡанын төшөн алмай аптырана. Ярай, улары ғына бүстәк, иң мөһиме беҙ утлы булдыҡ. Рәхмәт Һеҙгә.
Ошо ваҡыт эсендә ни ғиллә менәндер клуб, мәктәп һәм медпункттың ҡыйыҡтары алмаштырылды, ҡоймалары йүнәтелеп буялды, алдарына асфальт түшәлде. Хатта ки баҡсаларына ағастар ултыртылып, сәскәләр аттырылды. Әйтеүҙәренсә, балалар мәктәптәрен танымай, бер килке инмәй аптыратҡандар, ти.
Урамдарҙы саң һурҙырғыстар менән һурҙырҙылар, үләндәрҙе йәшелгә буянылар, болоттарҙы ҡыуҙылар, көтөүҙән ҡайтыусы һыйырҙарҙың артына тоҡ бәйләп үк ҡуйҙылар. Шундайын таҙалыҡ һәм бөхтәлекте бысратып йөрөмәйҙәр бит инде.
Һеҙ килер алдынан ауылда почтальон да барлыҡҡа килде, таксофон пәйҙә булды, аптека асылды, магазин гөрләп эшләп китте, һыу колонкалары, ҡый бактары ҡуйылды һәм бығаса ишектәренә яҡын барып булмаған етәкселәр өс көн буйына урамда ултырып ҡабул итте.
Ҙур рәхмәт Һеҙгә! Шулай йылына бер генә килеп торһағыҙ ҙа, гөрләп йәшәйәсәкбеҙ.
Сәләм менән – Фәлән районы халҡы.