*Яҡшы ҡыҙҙар ожмахҡа эләгә, ә аҡыллылары – диңгеҙгә.
*Көньяҡ ҡояшы аҫтында шәберәк ҡыҙыныу өсөн ҡатындар күлдәктәрен сисә, ә ир-егеттәр – никах балдаҡтарын.
*Ялға китер алдынан эш кабинетынан ҡырын ғына сыҡтым, киң йылмайыуым ишеккә һыйманы.
*Эй, мәл, туҡтал! Һин бит минең отпускым...
*Иң шәп диагноз: “һиңә ял кәрәк”
*Йәй – яуапһыҙлыҡ осоро.
*Һинһеҙ ҙә донъя әйләнә, һыпырт ялға!
*Диңгеҙ ялы һаулыҡты нығыта, тәртипте бушата.
*Тормоштан көтөрлөк бер нәмә лә ҡалмағанда, йәйҙе көтәһең.
*Йәй буйына өләсәһендә ял иткән ейән ҡан баҫымын табиптан шәберәк үлсәй.