-6 °С
Ясна
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Шулай ҙа була!
26 Июль 2022, 11:00

Эш байлыҡтамы ни?

Бер ҡарттың бик сибәр ҡыҙы булған, ти.

Эш байлыҡтамы ни?
Эш байлыҡтамы ни?

Һылыуҡай өйҙән сығыу менән, һауалағы йондоҙҙар һүнеп, хатта шишмәләр ағыуынан туҡтаған, сөнки ҡарашы барыһынан да яҡтыраҡ, ә тауышы шишмә сылтырауынан да көслөрәк булған. Атаһы ҡыҙын бик ныҡ яратҡан, шуға ла уның бар теләген дә тормошҡа ашырырға тырышҡан. Кейәүгә сығыр ваҡыты еткәс, ҡыҙ атаһына былай тигән:
– Атай, мин иң бай кешегә кейәүгә сығасаҡмын, тик ул шул уҡ ваҡытта ярлы ла булырға тейеш.
Бына ул көн еткән. Быларҙың йорто эргәһенә әллә күпме кейәү булырға теләгән ир-егеттәр йыйылған. Иң тәүҙә затлы-затлы туҡымалар, алтын һауыт-һаба һәм бик күп әйбер тейәлгән дөйәләр менән бер нисә сауҙагәр ингән.
Быларҙы күреп ҡыҙыҡай:
– Һеҙ үҙегеҙҙе бай, тиһегеҙме? – тип һораған.
– Әлбиттә, байбыҙ, күрмәй­һеңме ни?
– Улай булғас, ни өсөн иң ярлы кеше?..
– Cөнки һинең йөрәгеңде яуламағанбыҙ.
– Юҡ, юҡ, мин был һүҙҙәрҙе ишетергә теләмәгәйнем, – ти ҙә ҡыҙ уларҙы кире бороп сығара.
Икенсе булып данлы ғәскәр эйәрткән хәрбиҙәр күренгән.
– Ул тиклем бай түгелбеҙ, әммә ошо тиклем һалдат ярҙамында бөтә ғаләмде яулап алһаҡ, беҙҙән дә бай кеше булмаясаҡ.
– Ә ғәскәрһеҙ һеҙ нимә эшләй алаһығыҙ?
– Унһыҙ – беҙ ҡулһыҙ.
– Улай булғас, мин эҙләгән кеше түгел һеҙ, – тигән ҡыҙ.
Шунан ҡапҡала ике егет күренгән, быларҙың ҡулында затлы биҙәүестәр менән туп-тулы тартмалар, ти.
– Һылыуҡай, ошо хазиналарға күҙ һал әле. Улар әлегә беҙҙеке, ә һиңә барыһын да бүләк итһәк, иң ярлы кешегә әйләнәбеҙ.
– Әле байһығыҙ, һуңынан ярлыға әйләнәсәкһегеҙ. Ә бер юлы икеһе лә була алмайһығыҙ, шулай бит? Тимәк, мин һеҙҙе лә көтмәгәйнем.
Иң һуңында оялсан ғына сибәр егет инә, өҫтөндә – алама ғына кейеме. Ул ергә тиклем эйелеп иҫәнләшкән.
– Ярлылығың әллә ҡайҙан күҙгә ташланып тора, – тип мыҫ­ҡыллы йылмайған ҡыҙҙың атаһы. – Ә байлығың ҡайҙа һуң?
– Ул да гел үҙем менән, – тип егет кеҫәһенән сүкеш, ағас сүмес һәм энә килтереп сығарған. – Мин – бик оҫта тегенсемен, һинең ҡыҙыңа әле өҫтөнә кейгән күлдәгенән дә матурыраҡты тегеп кейҙерәсәкмен. Тағы ла яҡшы тимерсемен – бер өйөр йылҡы малыңды дағалап бирә алам. Йәнә шәп ашнаҡсымын, хатта батшалар өҫтәлендә булмаған ризыҡтарҙы әҙерләйем. Дөйәләр ҙә, һалдаттар ҙа, хазина ла кәрәкмәй миңә. Сөнки бөтә донъяның байлығы минең ҡулдарымда.
– Бына, ниһайәт, кейәү булырҙай егетте таптым, – тип шатлығынан көлөп ебәрә һылыу ҡыҙ. – Атай, күрәһеңме, байлығы – уның алтын ҡулдарында.
Һүрәт: ru.dreamstime.com

Автор:Дилара Арсаева
Читайте нас: