Икенсенән, нимә уйлай, шуны ғына әйтә. Өсөнсөнән, әгәр һиңә иҫерек кеше шылтырата икән, был һин уға ысынлап та ҡәҙерле икәнде аңлата.
***
Спиртлы эсемлектәргә хаҡты тағы ла арттырҙылар. Беҙ, ярай инде, эстек, балалар йәл...
***
– Ҡыҙым тыуҙы, мин һеҙҙе уның тәпәйен йыуырға саҡырам. Хәҙер ниндәй ауыр осор икәнлеген үҙегеҙ аңлап тораһығыҙ... Ҡыҫҡаһы, иҫереп килегеҙ!
***
– Һин һаман да эсеү менән мауығаһыңмы?
– Булғылай, тик төштә генә...
– Нисек һуң?
– Һәйбәт! Баш та ауыртмай, шешәне лә сығарып ташларға кәрәкмәй.
***
Бер ир һарайҙа көмөшкә ҡыуа. Өйҙән һыу алып сығырға китә. Урап килеүенә менттар ҡаршы ала.
– Тә-әк, көмөшкә ҡыуабыҙмы? Аңлатма яҙ!
– Нимә яҙырға һуң?
– Нисек бар, шулай яҙ.
Яҙған. Тегеләр уҡый: “Ҡараһам, һарайҙан төтөн сыға. Янғын! Ике биҙрә һыу алдым да һүндерергә йүгерҙем. Килһәм, унда ике мент көмөшкә ҡыуып маташа”.