

Шулай тейеш. Ҡалғандар иһә үҙ эше менән мәшғүл: эсәләр, ашайҙар, нимәлер һөйләп көлөшәләр...
Һүҙ әйтергә сират кәләштең әхирәтенә етә. Төҫкә-башҡа былай нисауа ғына һалмыш ҡыҙ тороп баҫа:
– Мин Светаны (кәләште) әллә ҡасандан бирле беләм. Беҙ ул Рияз менән йөрөгән саҡта таныштыҡ. Шулай бит, Рияз?
Ҡыҙыл танаулы ир-егеткә ымлай. Залдағы шау-шыу баҫыла төшә. Барыһы ла ҡыҙыҡһынып Риязға борола. Уның танауындағы ҡыҙыллыҡ аллана. Ишетмәй ҡалғандар тулҡынланып күршеләренән һораша: “Кем менән йөрөгән? Кем менән?” “Рияз менән, ти. Ана ултыра бит!” “Ә-ә-ә!” Тиҙҙән залда себен осһа ла ишетелерлек тынлыҡ урынлаша. Барыһы ла тын да алмай тостың дауамын көтә. Бындай иғтибарҙан ҡанатланған әхирәт дауам итә.
– Шунан ул Риязды ташлап, Мағаш менән йөрөй башланы... Ана ул, Мағаш, иң ситтә ултыра, миңә алдашырға юл ҡуймаҫ... Беҙ шул арҡала әрләштек, ярты йыл самаһы һөйләшмәнек.
Ҡунаҡтар Мағашҡа борола. Ул бер нәмә лә һиҙмәй, тунлы селедканы һыпыртыуын белә. Уның ҡарауы, эргәһендә ултырған ҡыҙҙың йөҙө тун төҫөнә инә, һикереп тора ла ишеккә ташлана.
– Ни... ул Сирай менән йөрөй башлағас, ә мин Сирайҙы биш бармағым кеүек беләм, сөнки быға тиклем уның менән өс йыл осраштыҡ... Шулай бит, Сирай?
Әхирәт кәләштең ата-әсәләренә яҡыныраҡ ултырған ир-егеткә баш ҡаға. Ҡунаҡтар Сирайҙан күҙҙәрен алмай. Уныһы иһә үҙ-үҙен эҙләгәндәй, тирә-яғына ҡарана.
– Бына шул саҡта беҙ Светка менән апалы-һеңлелегә әйләндек, арабыҙҙан ел дә үтмәне...
Кәләштең әсәһе етәкселегендә өс ҡатын әхирәтте ишеккә һөйрәй.
– Мин ярамаҫлыҡ нимә әйттем әле?! Нимә әйттем әле?!..
Д. ЗӘКИЕВ.