-6 °С
Ясна
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Шулай ҙа була!
30 Июль 2022, 15:00

Атанан күргән – уҡ юнған

Ғүмер буйы үҙ көсө, тырышлығы менән байыған сауҙагәрҙең бер көндө ҡатыны үлеп китә.

Атанан күргән – уҡ юнған
Атанан күргән – уҡ юнған

Әсә наҙын да татып өлгөрмәгән биш йәшлек кенә улы ҡала. Ә сауҙагәр балаһын иркәләп-һөйөп, ныҡ хәстәрлек күрһәтеп, яҡшы белем биреп үҫтерә. Эргә-тирәләге иң матур ҡыҙҙарҙың береһенә яусы ебәртеп, килен итеп алып ҡайталар.Тик тора-бара йәш кәләшкә ҡарт менән бер ҡыйыҡ аҫтында көн күреү оҡшамай башлай. Йәнәһе лә, ире менән икеһе генә йәшәһә, күпкә яҡшыраҡ булыр ине, тип уйлай. Әкренләп кенә хәләл ефетенән атаһының мөлкәтен үҙенең исеменә яҙҙыртыуын талап итә икән. Тегенеһе:– Бер ҙә юҡҡа борсолма, барыбер бөтә нәмә беҙгә ҡаласаҡ, мин бит уның бер­ҙән-бер улы, – ти.Ә ҡатын көн һайын уның теңкәһенә тейгән. Шулай ҙа ир күнгән кәләшенең теләгенә. Атаһы эргәһенә килгән дә:– Хәҙер оло йәштәһең инде. Сауҙа итеү менән шөғөлләнергә лә бик ауырға тура киләлер. Әллә булмаһа, эшеңде миңә тапшыраһыңмы, һин теләгәнсә барыһын да үҙ тәртибе буйынса алып барырмын, – тигән.Ысынлап та, йәшем дә бара, улым да минең турала ҡайғырта, икән тип уйлап, атаһы бар мөлкәтен балаһына яҙҙырып, аҡса ятҡан тимер һандығының асҡысын да тоттороп ҡуя.Бер-ике айҙан һуң килен бөтөнләй шашып китеп, ҡартты үҙҙәре йәшәгән йорттан ишек алдындағы аласыҡҡа күсерттерә.– Ҡәҙерлем, тиҙҙән әсәй буласаҡмын, шуға күрә йүткереп, сөскөрөп ятҡан атайыңдың бында йәшәүе урынлы түгел. Беҙҙең тыуасаҡ балабыҙға таҙа һауа кәрәк, – тип юхалана. Кәләшен шул тиклем яратҡан ир барыһына ла бер һүҙһеҙ ризалаша. Шулай итеп, бабай аласыҡта көн күрә башлай, ә килене уға балсыҡ көршәккә һалып ҡына ашарға ташыған.Бына йәштәрҙең улдары тыуған. Көн ар­тынан көн үтеп, зирәк, теремек, мөлә­йем бала булып үҫеп киткән. Олатаһы эргәһендә уйнап, рәхәтләнеп, уның әкиәттәрен, ҡыҙыҡлы мәҙәктәрен тыңлап көн үткәрергә яратҡан. Тик ни эшләп­тер әсәһенең олатаһына ҡарата тупаҫ булыуын аңлай алмаған.Бер көндө ихатала уйнап ултырған малай ата-әсәһенең ниҙер эҙләгәнен күреп ҡалып, йүгереп килә лә:– Нимә юғалттығыҙ ул? – тип һорай.Атаһы:– Бына олатайыңдың балсыҡ көршәге әллә ҡайҙа булған. Төшкө аш ваҡыты ла үтеп бара, һин бер ҡайҙа ла күрмәнеңме?Биш йәшлек малай хәйләле генә йылмайып:– Уны ышаныслы урынға йәшереп ҡуй­ҙым бит, – тигән.– Бәй, нимәгә ул һауыт һиңә, бар тиҙ генә алып кил әле, – ти атаһы асыуланып.Ә малай:– Юҡ инде, ул миңә киләсәктә кәрәк буласаҡ. Һеҙ ҙә, олатай кеүек ҡартайып, әбей менән бабай булып ултырғанда ашар­ға ташып йөрөр өсөн. Сөнки ул ваҡытта ҡайҙан шундай балсыҡ көршәкте табырмын?Балаһының бындай һүҙҙәренән һуң ата-әсә бер аҙға ҡатып ҡала. Үҙҙәренең ниндәй ҙур хата яһағандарын аңлап, бәләкәс улдары алдында оят булып китә уларға. Йәмһеҙ ҡылыҡтары өсөн ғәфү үтенеп, ҡартты яңынан өйгә күсереп, бергәләшеп йәшәй башлайҙар.Ошонан сығып нимә әйтергә була? Әле атай-әсәйегеҙгә ниндәй ихтирам күрһәт­һәгеҙ, киләсәктә балаларығыҙ ҙа һеҙҙе шулай хөрмәтләр.

Фото: pixabay.com

Автор:Дилара Арсаева
Читайте нас: