+18 °С
Облачно
Шулай ҙа була!
30 Июля 2022, 07:00

Һауыҡмаһаң, һуйһындар

Мал табибы сирләгәс, кеше та­бибына ярҙам һорап килгән.– Йә, һөйлә, ҡайһы ерең ауырта?

Һауыҡмаһаң, һуйһындарҺауыҡмаһаң, һуйһындар
Һауыҡмаһаң, һуйһындар

Сырхау һорауға яуап бирмә­гән. Табип һорауын ҡабатлаған.
– Мин бер ваҡытта ла малдарҙан ҡайһы ерең ауырта, тип һорағаным юҡ, тәндәрен ҡапшап, сирҙе үҙем табам, – тигән ахырҙа сырхау.
Кеше табибы аптырашта ҡалған.
– Улайһа, кушеткаға ятығыҙ. – Ул сырхауҙың эсен ҡапшап ҡа­рағас: – Өйөгөҙгә ҡайтҡас, бер биҙрә йылы һыу эсегеҙ. Әгәр өс көндә һауыҡ­маһағыҙ, ҡәрҙәш­тәрегеҙ һеҙҙе һуй­һын, – тип кәңәш биргән.

Фәнүр ХӘБИБУЛЛИН.

Фото: ru.gofreedownload.net

Автор:"ҺӘНӘК" журналы
Читайте нас