+17 °С
Дождь
Шулай ҙа була!
2 Августа 2022, 05:00

“Юғарыла ултырырға кәрәк!”

Урман буйлап барғанда ҡуяндың күҙе ағас башындағы ҡарғаға төшә: - Әй, ҡарға, һин унда нәмә эшләп ултыраһың?

“Юғарыла ултырырға кәрәк!”“Юғарыла ултырырға кәрәк!”
“Юғарыла ултырырға кәрәк!”

- Бер нәмә лә эшләмәйем, юҡты бушҡа ауҙарып тик ултырам.

- Рәхәтме?

- Ултырып ҡара, белерһең.

Ҡуян ағас төбөнә ултыра. Оҙаҡ та үтмәй төлкө күренә:

- Ҡуян, һин бында нәмә эшләп ултыраһың?

- Бер нәмә лә эшләмәйем, юҡты бушҡа ауҙарып тик ултырам.

- Рәхәтме?

- Ултырып ҡара, белерһең.

Ултыра ти был икәү ағас төбөндә.

Көтмәгәндә аусы килеп сыға. Шарт – ҡуян юҡ, дөмбөрт – төлкө юҡ.

–Аңғыралар һеҙ, башһыҙҙар! – тип ҡысҡыра ағас башындағы ҡарға, аусы ҡуян менән төлкөнө ҡапсығына һалып китеп барғанда. – Бер ни ҙә эшләмәйсә юҡты бушҡа ауҙарып тик ултырыу өсөн юғарыла ултырырға кәрәк, белдегеҙме!

Фото: stihi.ru

http://www.tatyash.ru/index.php?issue=12280&file=162.htm

Автор:Дилара Арсаева
Читайте нас