+16 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Шулай ҙа була!
4 Август 2022, 10:00

Логика. Диалектика. Философия...

– Әйт әле, логика нимә ул?

Логика. Диалектика. Философия...Логика. Диалектика. Философия...
Логика. Диалектика. Философия...

– Күҙ алдыңа килтер, һиңә ике кеше осрай: береһе быс­раҡ, икенсеһе таҙа. Нисек уйлайһың, уларҙың ҡайһыһы мунсаға йөрөй?
– Бысрағы.
– Дөрөҫ. Ул бысраҡ, шуға мунсаға йөрөй. Логика ошо була.
– Диалектика нимә ул?
– Ошо уҡ миҫалда аңлатам. Һиңә ҡаршы ике кеше килә: береһе бысраҡ, береһе таҙа. Мунсаға бысрағы йөрөргә тейеш һымаҡ, ләкин ул мун­саға йөрөмәгән өсөн бысраҡ та инде. Тимәк, мунсаға таҙаһы йөрөй. Диалектика ошо була.
– Философия нимә ул?
– Ошо уҡ миҫалда аңлатам. Икәү килә: береһе бысраҡ, береһе таҙа. Уларҙың ҡайһы­һыныңдыр мунсаға йөрөгәне билдәле. Ҡайһыһы?
– Этем белһен!..

И. ӘБУТАЛИПОВ.

Автор:"ҺӘНӘК" журналы
Читайте нас