+12 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Шулай ҙа була!
5 Август 2022, 17:30

Ун өслө асҡыс

Беҙҙә Лиза исемле ҡыҙ эшләй. Атаһы шылтыратып, ун өслө һәйбәт сит ил асҡысы алып ҡайтырға ҡуша, һеҙҙә ул һатыла, ти. “Эске хаҡ” бу­йынса яҙҙырып алғас, Лиза ас­ҡысты сумкаһына һала ла онота. Ҡорал 165 миллиметр оҙонлоҡта, ауыр түгел.

Ун өслө асҡыс
Ун өслө асҡыс

Ҡыҙ бер аҙна тирәһе үткәс, ҡай­ҙандыр ҡайтып килгәндә көслө ям­ғырға эләгә, ул ултырған машинаның “дворнигы” йүнләп эшләмәй. Шо­фер әленән-әле сығып, бармаҡтары менән болтты нығыта. Һуңғы тапҡыр сығыр алдынан Лизаны шаяртмаҡсы була:
– Бәлки, һеҙҙә ун өслө асҡыс барҙыр?
Лиза сумкаһында ҡаҙына ла асҡыс алып бирә. Барып еткәнсе шофер егет ауыҙ асып һүҙ әйтмәй, күҙҙәрен “дворник”тан алмай. Иҫәүән!

Р. УРАЗБАЕВ


Сос егеттәр

Ләх булғансы эскән ике дуҫҡа кис көнө үҙ машиналарында нисек өйгә ҡайтырға?
Бик ябай – береһе икенсеһенең машинаһын буксирға алған, ава­рий­ка­ла­рын ҡабыҙғандар, әкрен ге­нә бар­ғандар, менттар әйләнеп тә ҡарамаған. Ҡайтып ет­кәс тағы ла өҫтәгәндәр. Ҡатын­дарына иһә “дө­рөҫөн” әйткәндәр: айныҡ ҡайттыҡ, өй янында эстек, ышанмаһағыҙ, шаһиттар бар.

И. МАНСУРОВ.

Түлә!
Атайым менән ауылдан ҡа­лаға ҡайтып киләбеҙ. Ул – ҙур стажлы шофер, бик һаҡ йө­рөй. Юл ҡағиҙәләрен боҙма­һаҡ та, гаишник туҡтатты.
– Түлә!
– Иптәш инспектор, мин бер ниндәй ҙә ҡағиҙә боҙма­ным. – Атайым ғүмер буйы юғары вазифалар биләне, шу­ға күрә “һуғышһыҙ” бирелергә теләмәне. Ләкин бындай һүҙ­ҙәрҙе ишеткәс, хатта ул да ҡаршы төшә алманы:
– Бында боҙмаһаң, тегендә боҙорһоң. Ә унда мин булмая­саҡмын. Түлә!

З. ҠОТЛОБИРҘИН.

Автор:"ҺӘНӘК" журналы
Читайте нас в