+18 °С
Облачно
Шулай ҙа була!
9 Августа 2022, 08:00

Булдыра

Ваннаға килеп инһәм, минең улым, улы­ҡа­йым тәмәке тарта! Йә, Хоҙай! Ҡурҡыныс бит был. Ҡайҙа бара һуң был донъя, юҡ, дөрөҫөн әйтәйек, ҡай­ҙа тәгәрәй һуң беҙҙең цивилизация?

БулдыраБулдыра
Булдыра

Ете йәшлек бала тәмәке тартһын әле. Бынан да ҡурҡыныс хәлдең булыуы ла мөмкин түгел бит донъя йөҙөндә.
Аңлашыла инде, бас менән ҡысҡырам:
– Һ-и-н тарта-а-а-һыңмы ни?!
– Кем булдыра, шул тарта, – ти улым. – Булдыра ал­ғандарҙың бөтәһе лә тарта. Әшәке нәмә ул тәмәке. Еҫе насар. Үҙе күңелде болғата. Барыһы ла тарта алмай.
–Һин булдыҡлы кеше булып сығаһың инде?
–Эйе. Мин тағы әллә нә­мә­ләр ҙә булдыра алам ул, – ти малай.
– Бокал төбөндә һыра ҡал­ғайны. Шуны эсеп бө­төр­­ҙөм.
–Булдырғанһың икән! – тинем дә, ике ҡулым менән ботома һуҡтым.
– Һыра ла әшәке нәмә, – ти минең малай. – Тәмһеҙ, шулай ҙа эстем инде.
– Был хәтле лә булдыҡлы булырһың икән!
– Мин тағы бер нәмә булдыра алам әле, – ти был.
– Был турала кәрәкмәй! – тип үкереп үк ебәрҙем.
Әйтергә кәрәк, үгеҙҙән ны­ғыраҡ үкерҙем буғай, үҙем дә ҡурҡып киттем.
– Теләмәһәң, әйтеп тә тор­майым, – ти был.
Уйлап торҙом да һора­ным:
– Тағы нимә булдыра ала­һың?
– Әйтә алам,– ти улым бышылдап. – Тыңла: әҙәм аҡ­тығы, хәшәрәт, ер бит, оят­һыҙ, һантый, әшәке!
Улым был һүҙҙәрҙе күҙен йомоп әйтте. Оялмаҫ өсөн­дөр, күрәһең.
Бына ошо баланы миңә тәрбиәләргә кәрәк. Бала­ларға нисек дөрөҫ тәрбиә биреү тураһында күп уҡы­ным мин һәм шуға күрә балаға һуғырға ярамаған­лығын яҡшы беләм.
Улыма әйтәм:
– Улым, быға хәтле тар­тырға өйрәнмәҫменме икән тип булыша инем. Хәҙер был тәжрибәмде ташлайым, сөнки бүтән өйрәнеп булышмайым да. Һин дә ми­нән өлгө ал.
Шулай тинем дә илап ебәр­ҙем...

Юныс ЗӨБӘЙЕРОВ.

Автор:журнал "ВИЛЫ"
Читайте нас