+13 °С
Дождь
Шулай ҙа була!
10 Августа 2022, 10:00

Алтын балыҡ

(Иҫке әкиәттең яңы варианты) Ҡарт балыҡсы һыу буйында балыҡ тотоп ултыра. Байтаҡ ваҡыт үтһә лә, сиртмәй ҙә сиртмәй. Ҡай­тырға йыйына башлағас, бәләкәй генә, һап-һары бер балыҡ эләкте шулай ҙа. – Йә, Хоҙай, ғүмер буйы балыҡҡа йөрөп, бын­дайҙы күргән юҡ ине әле! – тип ҡысҡырып ебәрҙе ҡарт.

Алтын балыҡАлтын балыҡ
Алтын балыҡ

– Ә мин ябай балыҡ түгел, мин – алтын балыҡ. – Һыу йәнлеге ҡапыл телгә килде. – Ебәр һин мине, ә мин берәй теләгеңде үтәрмен. Йә, һора, нимәгә мохтажһың? Ғаиләң бармы?
– Бар, – ти ҡарт бер аҙ һушына килеп, – шуға өҫтәп, яһалма тешем, йән аҫрарлыҡ пенсиям һәм бына ошо ҡармағым бар.
– Күп түгел, күп түгел, бахырҡай. Бәлки, һиңә йыллыҡ пенcия бүләк итергәлер?
– Юҡ, кәрәкмәй. Уны барыбер ҡарсыҡ тартып аласаҡ. Минең даһи булғым килә. Бөтә Ер шарына билдәле шәхес ит мине! Африка президенты итеп ҡуй! Урамға сығыуым булһын, мине шунда уҡ йөҙәрләгән негр ҡыҙҙары уратып алһын. “Күптән күренмәйһегеҙ, һағындыҡ!” – тип кенә торһондар.
– Бына бит нәфсе, ә? Берәүгә генә риза түгел.
– Шуға өҫтәп, ҡырҡ йәшемде алып ташла, йәшәртеп ебәр. Ҡара ҡашлы, ҡара сәсле, ҡара мыйыҡлы, йөнтәҫ күкрәкле итергә лә онотма, – тип әмер бирҙе ҡарт. Буйым метр ҙа туҡһандан кәм булмаһын. Һуҡҡан ерҙә тимер өҙөрлөк ит!
– Туҡта, туҡта, ҡыҙма әле, ҡыҙма…
– Ауыҙыңды яп, суҡынған ташбаш! Тыңла. Бына мин китеп барам, ә янымда – фәрештәләр. Теләгән бер әмеремде үтәп торалар. Кеше телен генә түгел, ҡоштар, хайуандар телен дә аңларлыҡ ит. Шуларға өҫтәп, миңә психотерапевт һәләте бир. Теләйем икән, магазинға, банкка кереп, кәрәкле күләмдә аҡса алып сығырлыҡ булһын. Осорға өйрәт. Теләйем икән, сит планетаға барып, ундағы ҡыҙҙар менән кети-мети уйнап урап ҡайтырлыҡ ит. Һәм ҡанатлы ат бир. Ерҙә йөрөр өсөн. Ә һыуҙа үҙең йөрөтөрһөң…
Ҡарт тағы ниҙәрҙер әйтмәксе ине, ҡапыл алтын балыҡ таш­ба­шҡа әйләнде лә ҡуйҙы.
– Арттырып ебәрҙем буғай, – тип ҡарт балыҡты алып һыра магазинына табан йүнәлде. Унда ул арыу ғына һалып алды. Һәм… үҙен донъяла иң бөйөк шәхес итеп тоя башланы. Алтын балыҡтың ҡөҙрәте әле булһа кәмемәгән, тимәк…

Венер ФӘТТӘХОВ.

Фото: pexels.com

Автор:"ҺӘНӘК" журналы
Читайте нас