Ҡыуандыҡ Ҡафияһы ҡыш ҡарҙа ҡаҙан ҡайнатҡан, ҡашҡа ҡонанды ҡороҡлаған ҡыйыу ҡатын. Ҡырҡлаған ҡаҙҙы ҡарға-ҡоҙғондоң ҡанатын да ҡағылдырмай ҡырпаҡ ҡарғаса ҡарай, ҡарауыллай. Ҡаланыҡыларға ҡыуанмаһа ла ҡунаҡ ҡарарға Ҡәйүм ҡоҙаларына, Ҡасим ҡәйнешенә ҡысҡырҙы. Ҡафия ҡоймағын да ҡойған, ҡарағатын да ҡайнатҡан. Ҡунаҡтарына ҡаҙы, ҡабартма, ҡымыҙ, ҡабымлыҡтар ҡуйҙы. Ҡаты ҡоротон да ҡыҙғанманы. Ҡыҙ-ҡырҡын Ҡафияның ҡырҡ ҡырҡып ҡораған ҡорамаһын ҡарап, ҡыҙыл ҡорамаға ҡыҙыҡһа, ҡоҙалары Ҡыуандыҡтың ҡармағындағы ҡалҡыуысҡа ҡарап ҡыйҡылдашты.
Ҡунаҡтың ҡыҙыуында Ҡәҙриә Ҡыямын Ҡәйүм ҡоҙаһының ҡатынынан ҡыҙғанып ҡыйналды:
– Ҡарамалыла ҡарама,
Ҡарамаға ҡарама.
Ҡара ҡашың ҡыймылдатып,
Ҡарпышыма ҡарама.
Ҡыям ҡыҙарҙы, ҡоҙаларҙан ҡыйынһынды. Ҡыуандыҡ ҡарындашының ҡыҙыулығынан ҡомһарҙы, ҡобараһы ҡойолһа ла ҡунаҡтарын ҡат-ҡат ҡыҫтаны. Ҡоҙалар ҙа ҡаршылашмай ҡоймаҡтарҙы ҡарһалана-ҡабалана ҡаймаҡлап, Ҡыуандыҡ ҡарамағанда, ҡымыҙҙы ҡабымламай ҡаптылар. Ҡараңғылағас, Ҡыям ҡалаһына ҡасып ҡайтырға ҡарһаланды. Ҡасһа ла ҡоро ҡасмаған ҡәһәрең: ҡайнағаһы Ҡасимдың ҡамытын, ҡамыттың да ҡандайын, ҡанзаманындағы ҡартатаһы ҡалай ҡатып ҡупшылаған ҡаты ҡайын ҡамытты – ҡулына, Ҡафияның ҡырҡ ҡаҙыһының ҡап-ҡараһын ҡултығына ҡыҫтырған, ҡабаланып, ҡәйенеңгәһенең ҡатаһын ҡуңалтаҡ ҡатҡан. Ҡайалсаңда ҡарһаланып, ҡыйыш ҡатаһы ҡыҫаланда ҡыҫылып ҡалған. Ҡамыт Ҡәйүм ҡапыл ҡыйыш ҡатанан ҡурҡып, ҡолап, ҡолағын ҡанатҡан. Ҡыямды Ҡәҙриә, Ҡафия, Ҡарамалынан ҡыҙыу ҡанлы, ҡыҙыл ҡалпаҡ ҡәйнештәре Ҡартсабындан Ҡараталға ҡарай ҡаманылар.
Ҡасим: “Ҡамыт, ҡамытым!”, ҡәйнештәре: “Ҡыу, ҡи-иу!”, Ҡәҙриә: “Ҡал, ҡал!”, Ҡафия: “Ҡаҙ, ҡаҙ!”, Ҡыуандыҡ: “Ҡуй, ҡуй!” – тип ҡысҡырҙылар, ҡыҙыуланып ҡарағайлыҡты, ҡайынлыҡты ҡалдырмай ҡаранылар. Ҡатын-ҡыҙҙы ҡурҡытып, ҡуян ҡамышлыҡтан ҡасҡас, ҡараһалар, Ҡыям ҡайғырып ҡына ҡаты ҡоротҡа ҡымыҙлыҡ, ҡаҡы ҡушып ҡапҡылай. Ҡафия ҡаҙының ҡуҙҙа ҡыҙҙырылмағанына ҡыуанды. Ҡыям ҡупырыҡ ҡәйнештәренә ҡаршылашты, ҡайырылып ҡаҡшаны. Ҡыҙыулыҡтан ҡылған ҡылығынан ҡыйынһынһа ла Ҡыям ҡамышлыҡта ҡалманы. Ҡайтҡанда ҡара ҡаҙ ҡаңғылдап ҡаҡшатты. Ҡаңғылдар, ҡаңғылдар... Ҡышҡы ҡунаҡта ҡоҙа ла ҡаҡылдап ҡыҙартыр, ҡаҡшатыр.
Ҡыҙыҡбикә ҠЫҘҒАНБАЕВАНЫҢ
ҡиҡылдауын ҡараусы
Айһылыу БАЙБАҠТИНА.
Фото: www.youtube.com