

Һуйып ҡаплағанмы ни, шул тиклем әсәһенә оҡшаған, сәләм әйтергә онотма минән, – тип арҡаһынан ҡаҡтым. Дуҫтың йөҙө үҙгәреп киткәндәй булды, күҙҙәрен йәшерҙе. Ҡыйыр-ҡыймаҫ тауыш менән:
– Был минең йәш бисә була инде, – тип биленән ҡосаҡлап алды. – Оло ҡатынды өс балаһы менән ташлап киттем. Дөрөҫ, быныһы минән 25 йәшкә кесерәк, шулай ҙа бик ихтирам итә, әпәүләп кенә тора. Гел генә арыш икмәге ашаһаң да бүктерә бит, күпереп торған бойҙай күмәсенән ауыҙ итергә булдым. Был бисәнең дә өс балаһы бар, әммә мөхәббәткә һис тә ҡамасауламай. Мосолманда дүрт бисәгә тиклем рөхсәт ителә, мин дә шул һәйбәт йоланы тоторға булдым.
– Тәүге бисәңде бик ярата инең. Хатта бер мәжлестә уға бағышлап йырлағаныңды, тост тәҡдим иткәнеңде хәтерләйем.
Рәхмәт инде, йөрәкәйем,
Һин биҙәнең кисәмде.
Бер кемгә лә алыштырмам
Матур, гүзәл бисәмде, –
тигәйнең. Был антыңа хыянат итеү була түгелме? Шулай ҙа нисек башланып китте был мөхәббәтең? – тип һораным.
– Бергә эшләй инек, – тип яуапланы ул. – Бер көн премия бирҙеләр. Ул мине шуны йыуырға саҡырҙы. Балаларын туғандарына оҙатҡан. Өйҙә икәүҙән-икәү генә. Ныҡ йыуғанбыҙ, хатта бер түшәккә ауғанды ла хәтерләмәйем. Төшөмдә мулланан никах уҡытып, матур йәшәгеҙ тип доға ҡылыуына күҙемде асып ебәрһәм, ҡайҙа ятҡанымды ла белмәйем. Хужабикә баш төҙәтергә бирҙе, һуңынан тоҙло помидор һуты эсерҙе. Йылы ергә йылан да эйәләй, тиҙәр бит. Мин дә эйәләшеп киттем дә, бергә йәшәй башланыҡ. Дәрт бар, дарман ташып тора...
Байтаҡ ваҡыт үткәс, яҙмыш беҙҙе тағы осраштырҙы. Был юлы дуҫым икенсерәк һайраны, хатта донъяһына төкөрөп ҡуйҙы.
– Урыҫтар “Сорок пять – баба ягодка опять” тип бик дөрөҫ әйтә икән. Минең йәш ҡатынға ла 45 тулды. Вәт, шашты бит, әй! “Бабай, давай!” ти ҙә тора. Мин йәш түгел, етмеште тултырам. Пенсия алған көндө лә “Бабай, давай!” тип өҫкә менеп килә. Бер заман миңә әллә ниндәй дарыуҙар ташырға тотондо. Тәүгеләре ҡоторта ине, һуңғылары йоҡлата башланы. Бер кис, мә эс, тип дарыу бирҙе лә саф һауа һуларға сығып китте. Һиҙҙермәй генә артынан мин дә эйәрҙем. Ҡараңғы. Эскәмйәнән тауыштар ишетелә. Ҡолаҡ һалып тыңлайым: “Ҡартҡа йоҡо дарыуы бирҙем, осаһына беҙ менән сәнсһәң дә уянырлыҡ түгел. Оялма, тартынма, ошо һауытты күтәреп ҡуй ҙа...” Барып тауыш күтәрер инем, егет бик ғәйрәтле, һеңдерә һуғыр ҙа ҡуйыр. Унан һуң уның ни ғәйебе бар, саҡырған ергә килгән, ҡунаҡ булған, йомошон үтәгән. Индем дә урыныма яттым. Бер аҙҙан бисә лә күренде: “Вәт, тышта һауа һәйбәт. Ожмахта булып ҡайтҡан кеүек тоям үҙемде. Йоҡла, төшөңдә бик буталаһың, йә үкерәһең, йә кешнәйһең, рәхәтләнеп үҙең генә ят”, – тип юрған менән баҫырып китте ҡәһәр һуҡҡан нәмә. Балалары ла йонсотто. Пенсия алһам, “Бабай, давай!” тип кеҫәгә генә ҡарап торалар, хатта талап алалар.
Йәшәргә рәт ҡалмағас, тәүге бисәгә барып ғәфү үтенергә уйлағайным. Ҡапҡанан да индермәне бер малай. Өҫтәүенә, ҡысҡыра: “Өләсәй, теге бандитты ҡыуып ебәрҙем”, – ти.
Ғариза яҙып ҡарттар йортона барғайным – кире борҙолар: “Ике бисәң, алты балаң бар, ҡараһындар”, – тиҙәр. Тәүге мөхәббәтемә хыянат иткәнемә үкенеп бөтә алмайым. Терһәкте тешләп ҡарар инем, етмәй. Хәйер, һуң инде. Ныҡ яңылыштым тормошта, – тип уфтанды ла ҡайҙа барырға белмәй аптырап тороп ҡалды дуҫым.
С. ҒҮМӘРОВ.