-6 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Шулай ҙа була!
12 Август 2022, 11:00

Берәүҙең табынғаны

Шәүлиә ЗӨЛҠӘРНӘЕВА Атайым “Арский камень” тигән ял йортонан ҡайтҡан. Ҡайтып ингәнендә уның менән бергә шунда ял иткән ауылдашының ҡатыны беҙҙә икән. Шуға ла:– Йә, Ниғмәт ағай, нисек ял иттегеҙ? Минеке ни хәлдә? – тип һораған.

Берәүҙең табынғаны
Берәүҙең табынғаны

Был ҡатынҡайҙың буйға үҙенән дә тәпәш, тыйнаҡ холоҡло, йы­уаштың йыуашы булған ирен һәр телеграф бағанаһынан көнләше­үе бөтә ауылға мәғлүм була. Ет­мә­һә, ир кеше төҫкә лә әллә ни түгел бит әле: үҙе шаҙра – быжыр битле, бер күҙен аҡ баҫып, уныһы упайып сығыбыраҡ та тора. Был бисәнең көнләшеп, юҡҡа-барға бәйләнеп ирҙең үҙәгенә үтеп, тәҡәтен алып бөтөргәнен атай яҡшы белгән. (Бергә ял иткәндә, бәлки, асылып китеп, тегеһе өҫтәмә дәлилдәр ҙә әйтке­ләгән­дер, кем белә).
Теге ҡатын үҙенең һорауына ҡаршы ошондай яуап ишеткән:
– Ҡуй инде, Сәмиғә, ирең һи­нең әҙәм дә түгел икән. Күпме тыйһам да, теҙгенләп булманы. Берәү менән барғандан алып, шунда “ҡыты-мыты” килде бит, шайтан!
Кәүҙәгә яҡшы уҡ көр һәм мыҡ­ты булһа ла, был ҡатын, ел өр­гән­дәй еңел күтәрелеп, тиҙ генә өйөнә ҡайтып киткән. Ә бер сәғәт тирәһендәй ваҡыт үткәс, аҡһап-туҡһап, мендәр йөнөнә буялып бөткән, бите тырналған теге иптәше ах-ух итеп килеп инә лә:
– Ну, Ниғмәт, әҙәм дә түгел икәнһең, ниңә минекенә юҡты һөй­ләнең, бына ҡыуып сы­ғарҙы. Как хочешь, эште көйлә, – ти икән.
Эштең бындай йүнә­леш алырын көтмәгән атайым ҡауҙар­ла­нып ҡала, шулай ҙа башын баҫып, изге дипломатик ниәт менән тегенең өйө­нә табан сығып китә.
Унда нимә һөйләгән­дер, иптә­шен нисек итеп килештереп аҡ­лай ал­ған­дыр – беҙгә ул яғы ҡараңғы. Әммә бер аҙ­ҙан тыҡ­рыҡ­тан икеһенең дә беҙ­ҙең өйгә табан килә ятҡандары күрен­гән. Алдан теге ҡатын өҙә баҫып килә, артынан теге ғәйепле кеше атлай, ти.
Шарт-шорт баҫып бисә тура өйгә инеп киткән. Иренә:
– Әйҙә, алтыным, әйҙә, ҡоя­шым, ҡайтайыҡ, – ти икән. – Ҡы­ҙыулыҡ менән һине нахаҡҡа рәнйетеп, һуҡҡылап, бер аҙ һый­паштырып ташлағанмын шул. Ғәфү генә итә күр инде мин – алабарманды…
Үҙе ирҙең йә бер яғына, йә икен­се яғына сығып, юл ыңғай пинжәгендәге мендәр йөндәрен һыпырып төшөргөләгән булып, ҡайтырға өгөтләй икән. Теле телгә йоҡмай, ти үҙенең. Ә тегеһе бының һүҙҙәренә ыжлап та бир­мәй, ҡуҙ­ғал­май ҙа, өндәш­мәй ҙә тик ултыра икән. Ғүмерҙә үҙе­нә ҡаршы­лыҡ күрһәтмәгән ир­ҙең бөгөнгө тиҫкәре­легенә аптыра­ған ҡа­тын, инде бөтә асыуын өйгә инмәй, тышта баҫып тороп ҡал­ған атайыма төшөрөргә тотонған. Тәҙрә аша иңкәйеп, тегеңә йоҙ­роҡ төйә икән:
– Ах, теле ҡороғоро, кәмит ойошторҙо ла, хәҙер ана көлөп тора, тәре бағанаһы! Етмәһә, һи­нең ирең үҙеңә генә әллә кем, балға бутап ташлаһаң, эт тә яламаҫ үҙен, тип, мине мәсхәрә итә, иманһыҙ! Үҙеңде бел әле, йәме, кәкре танау! – тип тел­мәрен паузаһыҙ-ниһеҙ дауам итә икән.
Башҡа һис ҡасан да, һис нин­дәй шарттарҙа ла көнләшеп нер­выңа теймәйәсәкмен, тип шаһит­тар алдында бисәнән тантаналы анттар иттергәс кенә, ир кеше өйгә ҡайтырға ризалыҡ биргән.

Автор: "ҺӘНӘК" журналы
Читайте нас